Эшҡыуарҙарға ярҙам
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Ғафури районы муниципаль район хакимиәте «2014-2016 йылдарға Ғафури районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программаһына ярашлы район бюджетынан субсидия алыуға конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул ителеүе хаҡында белдерә. Документтар 1 сентябрҙән 20 сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк.

Кәмемәйек, артайыҡ!
27 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ағымдағы йылдың II кварталында районда 62 йәш ғаилә теркәлһә, 31 ғаилә, киреһенсә, тарҡалған. Был күрһәткестәр үткән йылдың ошо осорона ҡарата ярашлы рәүештә 66 һәм 38 тәшкил итә.

Ҡырымға сәйәхәт
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Йәйге каникулды йыл да көтөп алам, сөнки ул үҙенең көтөлмәгән бүләктәрен әҙерләп тора. Бы-йыл да тап шулай булды. Район мәғариф бүлегендә һайлау турын үтеп, Өфөлә раҫлау алғандан һуң, беҙгә (миңә һәм 3-сө мәктәптән Светлана Федороваға) Ҡырым Республикаһының Алушта ҡалаһындағы "Яр” лагерында путевка буйынса ял итеп ҡайтыу бәхете тейҙе.

Сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Бөгөнгө һүҙем сәскәләр һәм сәскә кеүек  еңгәм Рәмзиә Йәнешева тура-һында. Сәскә кеүек тигәнемә бер тамсы ла шикләнмәгеҙ. Ыҡсым ғына кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, баҫалҡы ғына еңгәм Марат ағайым менән 15 йыл татыу ғүмер итә. Улар баһадирҙай ике ул һәм ҡояштай бер ҡыҙ үҫтерә. Көн дә яҡындарын йылы һүҙе, тәмле ашы менән һөйөндөрөп торған тырыш хужабикә өй тултырып хуш еҫле гөлдәр үҫтерә, баҡсаһын емеш-еләктән өҙмәй, ә ҡул эштәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел...

Әсәй күңеле тәрән диңгеҙ
25 августа 2014 йыл | Хаттар

Ауылға ҡайтҡан һайын ҡыҙыҡһынып район гәзите "Табын”ды ҡулыма алам. Был юлы күҙем 4-се биттәге "Мәшәҡәттәргә һылтанмағыҙ” тигән мәҡәләгә төштө. Ысынлап та, яҙышырға, уйланырға ваҡыт тапмайбыҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, көн һайын гәзит биттәренә маҡтап яҙырлыҡ кешеләр, йә фәһем алырлыҡ хәлдәр бик күп. Бына минең әсәйем Разия Сәйетбаттал ҡыҙы Хәсәнованың тормош юлы ғына ла күптәргә өлгө булырлыҡ бит.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 11