Беҙҙекеләр йәнә һынатманы
25 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Районда республика умартасыларының XIV һәм йәш умартасыларҙың VIII конкурсы булып үтте. Конкурста өлкәндәр араһында 42 райондан - 55 умартасы, уҡыусылар араһында 41 йәш умартасы ҡатнашты.

Һуңға ҡалырға ярамай
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Төп бал йыйыу осоро
тамамланды
Шуға ла бал ҡорттарын ҡышҡы осорға әҙерләй башларға кәрәк. Көслө күстәрҙә ата ҡорт йомортҡалары ла, ата ҡорттар үҙҙәре лә һирәк күренә башлай. Ҡорттар үҙҙәре лә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп, булған ярыҡтарҙы, тишек-тошоҡто прополис менән һылай, ямай. Был инде ҡорт ғаиләләрендә ҡышҡа әҙерләнеүҙең тәбиғи процесы бара тигән һүҙ.

Нәҫелдән килгән һөнәр
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөгөнгө көндә йәштәрҙең күпселеге ҡалала төпләнеүҙе хуп күрә. Бер яҡтан, был аңлашыла ла кеүек: ауылдарҙы тотоп торған хужалыҡтар юҡҡа сыҡҡан, урта мәктәптәр – туғыҙ йыллыҡҡа, туғыҙ йыллыҡтары башланғысҡа әйләнгән ваҡытта бында ни эшләргә? Шулай ҙа йүнсел замандаштарыбыҙ, ауылды һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан яҡташтарыбыҙ бар әле. Эйе, бар улар. Уҫман ауылынан Гөлдәр һәм Азат Искәндәровтар шундай йәш ғәиләләрҙең береһе.

Баллы ауылда
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Ибраһим ауылын һис икеләнмәйенсә "Баллы ауыл” тип атарға мөмкин.  Сөнки районда ибраһимдарҙан да күберәк умарта күсе тотоусы юҡ. Мәҫәлән, ошо ауылдан Зиннур Төхфәтуллин (300 баш), Мансаф Килмөхәмәтов (300 баш), Тәлғәт Ғәлиуллин (150), Мөнир Садиҡов һ.б күпләп умарта тота. Был ауылда һәр өсөнсө-дүртенсе ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

"Агросәнәғәт үҫешенә өмөт тыуҙы"
25 августа 2014 йыл | Сәйәсәт

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, агросәнәғәт комплексы - төбәкте һәм тотош илде үҫтереүҙең иң өмөтлө йүнәлештең береһе. 14 августа ИТАР-ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ул республиканың сит ил тауарҙарынан башҡа ла йәшәй алыуы, шулай уҡ мегафермалар хаҡында һөйләне.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 11