Илһам сығанағы – тыуған төйәге
25 августа 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡташыбыҙ, Башҡор-тостандың халыҡ рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдиновты белмәгән кеше юҡтыр. Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән бөйөк яҡташыбыҙ Рәсәйҙә генә түгел, тотош
донъя кимәлендә танылыу яулаған билдәле шәхес. Уның ижад емештәре – һоҡланғыс картиналары Франция, Англия һәм башҡа күп илдәр күргәҙмәһенә ҡуйылған. Рәшит ағайҙың ҙур оҫталыҡ менән эшләгән һүрәттәрен, ысынлап та, тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел. Ниндәйҙер серле нур бөркөлөп торғандай уларҙан. Күңел хистәренә, тойғоларға илаһи моң ҡағылып үткәндәй була.

"Табын"һыҙ йәшәп булмай"
25 августа 2014 йыл | Матбуғат

-  Уйламаған ерҙән бүләк алыуы бигерәк тә һөйөнөслө икән. Кеҫә телефоны отҡанымды уҡып белгәс, сикһеҙ шатландым. Телефонлы булдым тип кенә түгел, оло бер әбейҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағандары өсөн һөйөндөм, - тип теҙеп алып китте үҙенә яҙған кеҫә телефонын алырға килгән Фәриҙә апай Ҡолгилдина (һүрәттә). – Гәзитте "Еңербеҙ” сағынан уҡ уҡыйбыҙ инде. "Йондоҙ”ҙо ла ҡалдырманыҡ. "Табын”ға инде ауылда иң беренселәрҙән булып яҙылам…

Ямғырҙар ҡамасаулай
25 августа 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Район игенселәре уңыш өсөн ауыр көрәш алып бара. Быйыл игенселәр етди һынау алдында
тора – көн торошо улар файҙаһына түгел. Көн дә тиерлек яуып торған ямғырҙар һөҙөмтәһендә уңыш йыйыу тотҡарлана, ырҙын табаҡтарына еүеш иген килә. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Фәрит улы Ибраһимов быйылғы ураҡ барышы һәм киләсәккә бурыстар хаҡында һөйләй. Һүҙ – уға:

полиция хәбәр итә
25 августа 2014 йыл | ---

Геройҙар ауылында
25 августа 2014 йыл | Йәмғиәт

Ауыл халҡы һәм байрамға ҡайтҡан туғандарҙың олоһо-кесеһе, күрше ауылдарҙан килгән ҡунаҡтар сара үтәһе "Төпкүл” майҙанына дәррәү йыйылды. Көндөң оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бер аҙ һалҡынайтып ебәреүе лә һиҙелмәне.
Ана, байрам үтәһе сәхнә лә килешле итеп тейешенсә биҙәлгән, әйҙәп, саҡырып тора. Геройҙарға арнап әҙерләнгән стенд-плакаттар, быуындар сылбыры – нәҫел-нәсәптәр тураһында һөйләгән шәжәрәләр менән бергә ауылдың социаль йәшәйеше, алда торған ҡыҙыу ураҡҡа әҙерлек барышы тураһындағы "Молния”лар күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, үҙенә йәлеп итеп тора.
Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм "Ҡартаймаҫ күңелдәр” ансамбленең йырлы сәләмдәре, икмәк һәм бауырһаҡ тотоп ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән башланып китте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 11