Тәбиғәт ҡосағында ял итергә килегеҙ һеҙ “Артыш”ҡа
29 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Тәбиғәт ҡосағында ял итергә килегеҙ һеҙ “Артыш”ҡаБеҙҙең тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә ваҡыты-ваҡыты менән ялға мохтаж. Был осраҡта сәйәхәткә сығып китеү иң ҡулайлы сара булып тора. Берәүҙәр сәйәхәт өсөн сит илдәрҙе һәм ҡитғаларҙы һайлаһа, икенселәр үҙебеҙҙең республиканың матур тәбиғәтендә ял итеп, көс йыйыуҙы өҫтөнөрәк күрә, өсөнсөләре үҙ районыбыҙҙың Толпар ауылында урынлашҡан туристик базаларына, тәбиғәт ҡосағына ашҡына.

Һағыштарҙан ярала бит йырҙар...
29 сентября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һағыштарҙан ярала бит йырҙар...Разия Зәйнуллина-Үзбәкова Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, Красноусолда йәшәй.

Тиҙҙән – Ололар көнө
29 сентября 2014 йыл | Хаттар

Тышта - әбейҙәр сыуағы. Йылы ҡояш нурҙары, тап беҙҙең йомшаҡ ҡуллы өләсәйҙәребеҙ шикелле, сәстәребеҙҙән, биттәребеҙҙән һыйпай. Әллә инде ҡәҙерле кешеләребеҙҙең байрамы еткәнен тойоп, наҙын, йылыһын бер ҙә йәлләмәй ул.

Донъяға йәм биреп йәшәй
29 сентября 2014 йыл | ---

Донъяға йәм биреп йәшәйСәйетбаба ауылының Үҙәк урамындағы иң матур, үҙенең күркәмлеге һәм зауығы менән һәр кемде һоҡландырып торған өйҙә 79 йәшлек Клара Ғәбделхай ҡыҙы Ибраһимова (һүрәттә) йәшәй. Тормош иптәше Мөхәррәм Фәйзулла улы бынан 5 йыл элек фани донъяны ҡалдырып, ҡаты һәм оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булды. Ул колхоздың ҙур стажлы алдынғы механизаторы, сөгөлдөр үҫтереү оҫтаһы ине.

Ир егеттең аҫылы – ил эшендә танылыр
29 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ауылыбыҙҙан район үҙәгенә йөрөгән автобустан кеше өҙөлмәй, һәр саҡ халыҡ күп була. Кәрәк – тирәкте йыҡтыра, тиҙәр бит. Йомош төшкәс, йөрөмәй ҙә булмай шул.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20