Ярҙам һәр кемгә буласаҡ
03 сентября 2014 йыл | Яңылыҡтар

Ел-дауыл килтергән бәлә был көндәрҙә бар республика халҡын берләштерҙе. Республиканың төрлө мөйөштәренән, хатта сит яҡтарҙан да ҡаза күреүселәргә төрлө ярҙам тәҡдим ителә.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр кәңәшләшә
03 сентября 2014 йыл | Яңылыҡтар

5  сентябрҙә  Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡор-тостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең V съезы асыла. Был форумда райондан район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров етәкселегендә район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, ра-йон Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары (16 кеше) ҡатнаша.

“Күркәм дөйәғоштар”ға көмөш миҙал
03 сентября 2014 йыл | Яңылыҡтар

21-24 августа Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк ҡалаһында "Рәсәйҙә ауыл туризмы"  халыҡ-ара өсөнсө форум үтте. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған был форумда Рәсәйҙең 38 субъектынан һәм сит илдәрҙән (Германия, Франция, Словения, Эстония, Венгрия, Латвия, Чехия һәм Белоруссия) 5 меңдән ашыу делегат ҡатнашҡан.

Яңы уҡыу йылы башланды
03 сентября 2014 йыл | Мәғариф

1 сентябрҙә райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар булып үтте. Быйыл район мәктәптәрендә 4377 бала белем һәм тәрбиә аласаҡ. Шуларҙың 547-һе быйыл тәү башлап  уҡырға килде. Красноусолдағы 2-се мәктәптә уҙған тантаналы линейкала район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров та ҡатнашты.