“Гәзиткә яҙыл да бүләктәр отошонда ҡатнаш!”
24 сентября 2014 йыл | Матбуғат

"Рәсәй Почтаһы” 25 сентябрҙән 4 октябргә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусыларҙы дәртләндереү, әүҙемләштереү ниәтендә "Гәзиткә яҙыл да бүләктәр отошонда ҡатнаш!” реклама акцияһы үткәрә.

Кешене эше биҙәй
24 сентября 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Кешене эше биҙәйАҡ халатлы фәреш-тәләр – медиктарҙың ҡайһы береһен күпме маҡтаһаң да аҙ төҫлө. Ауыл фельдшерҙары айырыуса ҙур  ихтирамға   лайыҡ, сөнки уларҙың эше байтаҡҡа ауырыраҡ, ҡатмарлыраҡ, яуаплыраҡ.

Һәр шәхес үҙ тарихын үҙе яҙа
24 сентября 2014 йыл | Хаттар

Һәр шәхес  үҙ тарихын үҙе яҙаКеше үҙ халҡының, тыуған иленең тарихын күберәк белгән һайын, уның аң кимәле лә юғарыраҡ, тормошта һәм йәмғиәттә тотҡан урыны ла мәғәнәлерәк була. Тыуған төйәкте, тамырҙарҙы өйрәнеү – тарих фәненең мөһим өлөштәренең береһелер тип уйлайым. Ә уны төптәнерәк аңлау, күңел аша үткәреү өсөн үҙ шәжәрәңде өйрәнеү, белеү ярҙам итәлер…

Еңеү яулап алғандар онотолмай
24 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Еңеү яулап алғандар онотолмайБыйыл Белоруссияла һәм Рәсәйҙә мөһим ваҡиға – туғандаш республика Белоруссияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 70 йыллығы киң билдәләнде.
Беларусь өс йылға яҡын – 1941 йылдың ноябренән 1944 йылдың авгусына тиклем фашист ҡамауы аҫтында була. 209 ҡала һәм  район үҙәге яндырып емерелә, каратель операцияларында 5,3 мең ауыл юҡҡа сығарыла.
Белоруссия халҡы дошмандарға батырҙарса ҡаршы тора. Шул йылдарҙа 400 мең самаһы һуғышсыһы булған 1,2 меңдән ашыу партизан отрядтары ла унда булып, Белоруссия күмәк көс менән гитлерсыларҙан азат ителә.

Йылдарҙың ауырын үткәнһегеҙ
24 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Йылдарҙың ауырын үткәнһегеҙИлебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. Ошо мөһим тарихи ваҡиғаға әҙерлек барышында районыбыҙҙа төрлө саралар уҙып тора. Үткән аҙнала Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә Батырлыҡ дәресе үткәрелде. Ватаныбыҙ тарихындағы иң ҡот осҡос һуғыштың тере шаһиты, ауылда иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран – Тимерхан Хажи улы Рәхимовтың тыуған көнөнә тура килтерелеп ойошторолған был байрам күтәренке рухта үтте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20