Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр
22 сентября 2014 йыл | Хаттар

тип Достоевский белмәй әйтмәгән. Матурлыҡ – ул донъяны хәрәкәт иттереүсе көс, күҙҙәрҙе шатландыра, күңелдәрҙе наҙлай, эстетик ҡәнәғәтлек кисерергә мәжбүр итә. Календарҙағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ байрамдар, иҫтәлекле көндәр араһында Матурлыҡ көнө лә бар. 1995 йылда булдырылған был көн 9 сентябрҙә билдәләнә.

Ижади бәйләнеш өҙөлмәһен
22 сентября 2014 йыл | Хаттар

Төрлө мәшәҡәттәре менән йәй ҙә үтте. Август - ауылда йәшәүселәр өсөн хәстәрлектәр менән тулы ай. Мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләү, баҡсала үҫтерелгән уңышты  йыйып алырға, йорт-ҡаралтыларҙы ла йүнәтергә кәрәк. Быларға оҙайлы каникулдан һуң балаларҙы мәктәпкә әҙерләү хәстәрлектәре лә өҫтәлә. Тап шуға ла йәйҙең һуңғы айында редакция почтаһы хаттарға наҡыҫыраҡ була.

“Эшсән” – тиҙәр уның хаҡында
22 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

“Эшсән” – тиҙәр  уның хаҡында

 "Ғафури урмансылығы” ДУ-һы Красноусол участкаһының ҙур булмаған коллективына оҙаҡ йылдар Әсҡәт Шәфҡәт улы Мырҙағолов етәкселек итә. Был коллектив башҡа участка урмансылыҡтары араһында хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса иң алдынғылар рәтендә килә.

Ер биҙәген һаҡлаусылар
22 сентября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ер биҙәген һаҡлаусылар

 Тәбиғәттең йәшел ҡалҡаны булған урмандар алтынһыу төҫтәргә мансылған көҙгө көндәрҙең береһендә, йәғни сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Урмансылар – "Ғафури урмансылығы” Дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре байрамдарын ниндәй кәйеф, һөҙөмтәләр менән ҡаршылай? Ошо уңайҙан "Ғафури урмансылығы” ДУ-һы лесничийы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:


“Татлы тамыр” йыйыу башланды
22 сентября 2014 йыл | Ауыл хужалығы

“Татлы тамыр” йыйыу башланды

 Яландарҙа иген культуралары йыйылып бөткәс, "татлы тамыр”, йәғни сөгөлдөрҙө йыйып алыу эштәре башланды. 500-ҙән гектарҙан майҙанда шәкәр сөгөлдөрө  үҫтергән "Зенит” КХ-һының уңыш йыйыуға төшөүҙәренә бер аҙна ғына.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 20