Ер биҙәген һаҡлауҙа ярҙам итәләр
01 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ер биҙәген һаҡлауҙа ярҙам итәләрЙылдың-йылы Ғафури урмансылығы мәктәптәрҙе, халыҡты йәлеп итеп байтаҡ ҡына йәшелләндереү эштәрен атҡара. Был йәһәттән участка урмансылығы мастеры И.У.Сәйфуллин һөҙөмтәле эшләй. "Йәшә, урман” тип аталған акцияла Ҡарағай мәктәбенең 9-11-се класс уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Улар ҡатнашлығында 2013 йылдың көҙөндә 25,0 гектар майҙанға, 2014 йылдың яҙында 10,0 гектар майҙанға йәш үҫентеләр ултыртылды.

Туристар көнө
01 октября 2014 йыл | Спорт

27 сентябрь Халыҡ-ара туристар көнөнә арнап "Йәшлек” ял паркында туризм буйынса ярыш  үтте. Был сараны Балалар ижады үҙәге ойошторҙо.

Һынауҙарҙа һынмаған, бәхеткә ынтылған
01 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Һынауҙарҙа һынмаған, бәхеткә ынтылғанБөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе тылда алмаштырып ал-ял белмәйенсә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шундай ауыр һынауҙар аша үтеп, һуғыш йылдары һәм унан һуңғы осорҙағы ҡыйынлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан кешеләр, һис һүҙһеҙ, оло ихтирамға лайыҡлы. Бөгөн һүҙ шуларҙың береһе – Татар Саскүле ауылында көн күреүсе тыл хеҙмәте ветераны, 93 йәшлек Хөмәйрә Арыҫлан ҡыҙы Хөснөтдинова (һүрәттә) тураһында.

Тынғы белмәҫ ағинәй
01 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Тәбиғәт алтынһыу-ҡыҙыл төҫтәр менән балҡып, ҡабатланмаҫ матурлығын күңелдәргә һеңдергән йәмле мәлдә төпкөлдәге Толпар ауы-лына юлыбыҙ төштө.

Бөркөт булып Ватан һаҡлағандар
01 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөркөт булып  Ватан һаҡлағандарБөйөк Еңеүҙең 70-се яҙы яҡынлаша. Уттар-һыуҙар кисеп, Еңеү яулап ҡайтҡан ветерандарыбыҙҙың ғына сафтары кәмей бара. Бурлы ауылында ла  бер генә ветераныбыҙ иҫән. Күптән түгел мәҙәниәт йортонда уҙған сарала Миңнәхмәт Вафа улы Яҡуповтың урыны түрҙә булды. Бурлы мәктәбе директоры урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова ветеран бабайҙың тормош юлы менән таныштырып китте. Ул Белоруссия фронтында ла булған. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова Миңнәхмәт Яҡуповҡа Белоруссияны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 70 йыллығына арналған юбилей миҙалын тапшырҙы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4