Психоактив матдәләр – ағыу!
10 октября 2014 йыл | Хоҡуҡ

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 29 сентябрь -  2 октябрҙә Нефтекама ҡалаһы дауаханаһына ағыуланыу билдәләре менән 16-30 йәшлек 36 кеше мөрәжәғәт иткән.
Бынан тыш, Нефтекама ҡалаһының ағыуланған биш кешеһе, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер, фаразлауҙар буйынса, билдәһеҙ матдәләрҙе ҡулланғандан һуң, дауалау учреждениеларынан ситтә вафат булған.
Был факт буйынса Рәсәй Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса тикшереү органдары тарафынан Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 3-сө пунктында ҡаралған билдәләр буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Ҡояшлы ғүмер көҙө
10 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ҡояшлы ғүмер көҙөҺабай ауылында йәшәүсе Сәғиҙә Мөхәмәтзакир ҡыҙы  Вәлиева (һүрәттә)1934 йылда Сания менән Мөхәмәтзакир Ҡужиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға ауаз һала.

Йәш ғаиләләр, яңы йорттар – ауыл биҙәге
10 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

- Беҙҙең яҡҡа юл төшөрөп килеп сыҡһағыҙ, ауылда нигеҙ ҡорған йәштәр хаҡында яҙып китер инегеҙ. Әлеге көндә 12 йәш ғаилә йорт төҙөй. Беҙ ауылда төпләнергә ҡарар иткән йәштәргә һәр яҡлап та ярҙам итергә тырышабыҙ, бер тотҡарлыҡһыҙ ер участкаһы бүләбеҙ, уны рәсмиләштереүҙе тиҙләтәбеҙ. Ә инде колхозда, йә булмаһа "Сатурн” КХ-һында эшләп йөрөгәндәргә транспорт йәһәтенән ярҙам күрһәтелә, - тигәйне бер һөйләшеү ваҡытында Буруновка ауыл советы ауыл биләмәһе  башлығы Марат Рәхмәтуллин.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
10 октября 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

"Красноусол” шифаханаһының 90 йыллығы айҡанлы бер төркөм хеҙмәткәрҙәр төрлө наградаларға лайыҡ булдылар. Бына улар:

Илебеҙҙең шифалы маяғы
10 октября 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Илебеҙҙең  шифалы маяғы "Красноусол” шифаханаһы үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән, Рәсәйҙең иң һәйбәт шифаханаһы булып танылған шифахананың бай тарихы бар. Тантана барышында шифахана тарихына байҡау яһалды, алдынғылар бүләкләнде, бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4