Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлап
10 октября 2014 йыл | Хаттар

Оло йәштәгеләр көнөнә арнап Ҡауарҙы мәктәбендә тантаналы сара үткәрелде.
Ауыл ветерандар советы рәйесе Р.Ә.Насиров ололар тормошона, Ҡауарҙы, Аҡташ ауылдарының өлкән йәштәге кешеләренең социаль хәленә, алда торған бурыстарға һәм башҡа мәсьәләләргә байҡау яһаны. Мәктәп директоры Райфат Әбелғужин Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылау, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек хаҡында, мәктәп менән оло кешеләр араһындағы бәйләнештең мөһимлеген билдәләп, йөкмәткеле телмәр һөйләне. Ололар араһынан да сығыш яһаусылар булды.
Әнисә Сурағолова етәкселегендә 4-се класс уҡытыусылары әҙерләгән бик йөкмәткеле концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам уңайынан табын әҙерләнеп, ул күмәкләшеп сәй эсеү менән тамамланды.
Ололар әҙерләнгән аш-һыуға, кисәне ойоштороусыларға һәм йөкмәткеле итеп алып барыусыларға рәхмәттәр әйтеп, үҙҙәрен шулай ололоҡлауҙарынан ҡәнәғәт булып таралышты.
Рим НАСИРОВ,
ветерандар советы рәйесе.
Ҡауарҙы ауылы.

Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлап
10 октября 2014 йыл | Хаттар

Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлапКеше ғүмеренең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Оло йәшкә етеүҙе лә юҡҡа ғына алтын көҙ менән сағыштырмайҙар – һығымта яһар, уңыштарҙы барлар мәл ул.  Алтын көҙҙә иң йылы һәм сағыу байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Йолаға ингән байрам – өлкән быуынға хөрмәт, ихтирам билдәһе.

Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлап
10 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

  Алтын көҙҙә ололарҙы ҙурлап1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә район мәҙәниәт һарайында өлкән быуын вәкилдәрен хөрмәтләү сараһы үтте.
  Әйтергә кәрәк, был байрам  йылдан-йыл сағыуыраҡ, матурыраҡ, әһәмиәтлерәк төҫ ала бара. Был көндө сараға өлкән йәштәгеләр бик күп йыйылды. Улар күптән күрешмәгән хеҙмәттәштәре, таныштары менән осрашып, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, күңелдәре көр ине – үҙҙәренә ҡарата иғтибар күңелдәренә йылылыҡ өҫтәне.

Изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт
10 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ғафури районы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге ДБУ-һы төрлө саралар, байрамдар уҙғарыуҙа, "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә акцияһына ҡушылып, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәргә сикһеҙ рәхмәтле.

Дан һәм хөрмәт изге һөнәр эйәләренә
10 октября 2014 йыл | Мәғариф

Дан һәм хөрмәт изге һөнәр эйәләренә5 октябрҙә Ер йөҙөндәге иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Уҡытыусы тураһындағы хәтирәләр, ғүмеребеҙҙең иң матур миҙгеле бала саҡ менән бәйләнгән, шуға күрә лә улар яҡты, саф һәм ҡәҙерле.Дан һәм хөрмәт изге һөнәр эйәләренә

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4