Аҙналыҡ файҙалы үтте
27 октября 2014 йыл | Мәғариф

Аҙналыҡ файҙалы үттеБеҙҙең Красноусолдағы 3-сө  урта мәктәптә төрлө фән аҙналыҡтары йыш үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә белем усағында башҡорт теле, әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте аҙналығы үтте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙ  аҡһаҡалы  Мостай   Кәримдең тыуыуының – 95, милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың   тыуыуының 260 йыл тулыуға һәм Мәҙәниәт йылына арналды.

Олимпиадала һынатманылар
27 октября 2014 йыл | Мәғариф

Олимпиадала һынатманыларКрасноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары әленән-әле төрлө конкурс-бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ҡатнашып, үҙҙәре белем алған уҡыу йортоноң данын яҡлап торалар.

Мин бәхетле тыуған еремдә
27 октября 2014 йыл | Мәғариф

Мин Башҡортостан Республикаһының иң гүзәл ерендә - Ғафури районының Ташлы ауылында тыуғанмын. Исемем - Алһыу. Милләтем - башҡорт. Эйе, ғорурланып әйтәм. Сөнки башҡорттар бик ҡыйыу, ғәҙел, ҡунаҡсыл халыҡ бит ул, бер ваҡытта бер нәмәнән дә ҡурҡмағандар, үҙебеҙҙең илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡала алғандар.

Уҡыу алдынғылары
27 октября 2014 йыл | Мәғариф

Уҡыу алдынғыларыМиңһылыу Зәйнетдинова, Искәндәр Әбсәләмов һәм Рәйес Зәйнетдинов Йөҙимән мәктәбенең 6-сы класында уҡыйҙар. Улар – уҡыу алдынғылары ла, мәктәптә уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнашыусылар ҙа. Күптән түгел Үҙәк район китапханаһында үткән, Р.Назаровтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында Искәндәр 1-се урын алды, Миңһылыу менән Рәйес номинацияға лайыҡ булды.

Беҙҙең артист
27 октября 2014 йыл | Мәғариф

Беҙҙең  артистРайон хакимиәте алдындағы майҙанда халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың бюсын асыу тантанаһы бара. Барыһының да иғтибары сәхнәлә: унда С.Суринаның "Сыңрау торна ҡаурыйы” әҫәренән өҙөк күрһәтелә. Айырыуса Мәжит образын башҡарған үҫмерҙең тәбиғи һәм оҫта уйнауына, матур тауышына һоҡланды кешеләр. Был үҫмер – Заһир Зәйнетдинов, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се "А” класы уҡыусыһы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 23