Тормош, булмыш, йәшәйеш һеҙҙән килгән хаттарҙа
20 октября 2014 йыл | Хаттар

Йәмле йәйҙе алыштырған көҙҙөң икенсе айы ла үтеп бара. Быйылғы көҙ айырыуса балҡып килде, тәбиғәттә төҫтәр туйы тантана итте. Редакцияға районыбыҙҙың төрлө төбәгенән килгән хаттарҙы ла ошо көҙгө нағышҡа оҡшатабыҙ. Берәүҙәр татыу һәм мул тормошта йәшәгән уңған ауылдаштарына һоҡлана, икенселәргә улдары хеҙмәт иткән ерҙән Рәхмәт хаты килгән – шатлыҡ уртаҡлашалар, ҡайһылары ғәзиз әсәһенә, яҡындарына булған йылы хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә, кемдәрҙер тыуған ауылына, йәшәгән урамына иғтибар етмәүгә зарлана…

“Алтын тирмә” ишектәрен аса
20 октября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата "Алтын тирмә” милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале үтә. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте, БР театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан ойошторолған был фестиваль 2015 йылдың февраленән башланып, май аҙағына тиклем барасаҡ. Был сара тәжрибә уртаҡлашыу, яңы маҡсаттар билдәләү, киләсәккә йүнәлеш алыу урыны. Жюри ағзаларының фәһемле кәңәштәре үҙе бер мәктәп булып тора, киләсәктә емешле эшләргә этәргес бирә.

“Мин донъяның тынын тоям…”
20 октября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район китапха-насыларының күренекле шағир, Башҡортостандың С.Юлаев премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап уҙғарған шиғыр һөйләүселәр конкурсы шулай тип аталды. Конкурста 12 йәштән өлкән мәктәп уҡыусылары һәм китапханасылар, уҡытыусылар ҡатнашты.

Әсәләрҙең әсәһе
20 октября 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Әсәләрҙең әсәһеБала табыу йорто. Бында бөтә нәмә ап-аҡтан. Бына донъялағы иң мөғжизәле һәм илаһи мәлдәрҙең береһе – йәшәү даулап, донъяға яр һалып сабый тыуа. Һәр баланың яҡты донъяға килеүенә ярҙам итеүсе бөйөк һөнәр эйәләре – табип, акушеркалар эшләй бында. Шулар араһында Лилиә Шамил ҡыҙы Иҙрисова – 35 йыл ғүмерен ошо изге һөнәргә арнаған алыштырғыһыҙ акушерка.

Балалары – ҙур байлығы
20 октября 2014 йыл | Йәмғиәт

Балалары – ҙур байлығы "Эйе, йөрәк баштарына ҡан һауҙырып, йөрәк ярып сыҡҡан балаһы донъяға тәүге ауазын һалыу менән әсә бар булмышын, бар тырышлығын ошо сабыйҙы тәрбиәләүгә арнай. Үҫеп еткәс был бала үҙебеҙгә терәк-таяныс, ҡартлығыбыҙҙа төп ярҙамсыбыҙ булыр, тип өмөтләнә. Үҙҙәре матур өлгө күрһәтеп, һәйбәт тәрбиә биргән ата-әсәнең балалары, ысынлап та, был ышанысты аҡлай, уларҙың шатлыҡ-һөйөнөсө генә була.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 23