Бородино яланы күңелдәрҙе яуланы
05 ноября 2014 йыл | Хаттар

Бында, дөйөм майҙаны 11 мең га ер биләмәләрендә һәр ҡарыш ер хәтер һаҡлай. Һауаһы илаһи ҡөҙрәт менән тулышҡан музей-ҡурсаулыҡ тупрағы 1812 йылда булған тарихи Бородино һуғышында һәләк булған  яугирҙарҙың ҡаны менән һуғарылған. Был ерҙәрҙә бынан 202 йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың да ҡан-тирҙәре әҙ таммаған.
1812 йылдың 26 авгусында (7 сентябрендә) булған Бородино һуғышында  1-се башҡорт атлы полкы ла ҡатнаша. Француздарҙың ҡыҫымы аҫтында Мәскәүгәсә сигенеп  килгән Рус Армияһының аръергардында был полк атаман М.И. Платов етәкселегендәге Дон казактары корпусында ҡыйыу хәрәкәт итә.  Бородино һуғышы барған көндө тарихи һуғыштың  уртаһында ҡайнашмаһа ла, Рус Армияһының уң флангыһындағы Маслов нығытмаларында үҙ позицияһын уяу һаҡлай, дошманды тылға үткәрмәү өсөн дозорҙа тора, рейдтарҙа ҡатнаша. Бородино һуғышының иртәгәһе көнөндә позицияларын ҡалдырып, маневр яһаусы Рус Армияһының тылдарында француздар менән бәрелештәргә кереп, уның иғтибарын төп көстәрҙән ситләтә.
Башҡорт яугирҙарының үҙҙәренә ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәүҙәрендә тарихсыларҙың да, мемуаристарҙың да һис шиге юҡ. Юҡҡамы ни, баш командующий фельдмаршал М.И.Кутузовтың нәҡ Мәскәү янындағы һуғыштар өсөн башҡорттарға: "Минең һөйкөмлө башҡорттарым, бик яҡшы һуғышаһығыҙ, маладис!”, тип маҡтап өндәшкән һүҙҙәрен халҡыбыҙ ике тиҫтәнән ашыу йылдар үтһә лә күңеле түрендә ҙур баһа итеп һаҡлай, йырға һалып йырлап йәшәй бит.   


Кемдәр күрҙе?
05 ноября 2014 йыл | Хоҡуҡ

Быйыл 10 сентябрҙә, киске сәғәт 10-дар тирәһендә Аҡкүл ауылы эргәһендә "КамАЗ” автомашинаһы аҫтында машина йүнәтеп ятҡан водителдең аяғын тапатып китәләр. Тапатыусы ваҡиға урынынан ҡаса.

Етәксе кадрҙар резервына конкурс
05 ноября 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының идара итеү кадрҙары резервына индереүгә конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеү ваҡыты 2014 йылдың 20 ноябренә тиклем оҙайтылды. Түбәндәге вазифа төркөмдәре буйынса етәксе кадрҙар резервы туплана:

Маңлайҙар һырланһа ла...
05 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Үҙенең тырыш, ныҡышмалы хеҙмәте менән районыбыҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, яҙмыш ҡушыуы буйынса райондан ситкә сығып китеп унда ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған яҡташыбыҙ, хеҙмәт ветераны Әфҡәт Мәүлембирҙе улы Ниғмәтуллиндың ғүмер юлы ҡатмарлы ла, ғибрәтле лә.

Мостайҙың бала саҡ яланы
05 ноября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт әҙәбиәте күгендә балҡыған йондоҙҙар бик күп. Уларҙың һәр береһенең үҙ нуры, үҙ йыры бар. Шулар араһында иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе – Мостай Кәрим йондоҙо.
Мостай Кәрим… Был исемде яратып, үҙ итеп, үҙебеҙҙеке тип әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, бөйөк шәхес бит ул.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3