Нимә ул озон менән дауалау?
12 ноября 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

- Һуңғы ваҡытта "озонотерапия" тигән һүҙҙе йыш ишетәм. Бик шәп дауалау ысулы икән, киләсәктә ул күпселек дауалау төрҙәрен алмаштырасаҡ имеш, тип тә һөйләйҙәр. Был ысынлап та шулаймы икән?
Миңзилә ВӘЛИТОВА.
Красноусол ауылы.

Өмөтлө ҡәләм
12 ноября 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йондоҙҙар
Кисен мин тышҡа сыҡтым,
Ҡараным йондоҙҙарға.
Ҡарап торһам йондоҙға,
Әллә ҡайҙа атылды.
Бына тора Сүмеш баш,
Ә был – Етегән йондоҙ.
Ай ҙа тора йылмайып,
Йондоҙҙарға шатланып.
Йондоҙ атылыуын күргәс,
Теләк теләргә кәрәк:
Бөтә илгә тыныслыҡ,
Үҙебеҙгә иҫәнлек.


Киләсәккә өмөт бағлап йәшәйҙәр
12 ноября 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Киләсәккә өмөт бағлап йәшәйҙәр
Тарихы бай был төбәктең
Хозур тәбиғәт ҡосағында Ғафури менән Ишембай райондары сиктәрендә урынлашҡан Ташбүкән ауылы тарих биттәрендә 1795 йылда 39 хужалыҡ һәм 251 кешенән торған ауыл булып теркәлгән. 1834 йылда инде ошо исемле ике ауыл булып, 80-шәр хужалыҡтан да артып киткән. Түбәнге Ташбүкәндә - 720, Үргеһендә 452 кеше йәшәгән. Ташбүкәндәр малсылыҡ, умартасылыҡ, һунарсылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнгән. Ике ауылда ла берәр мәсет, һыу тирмәне эшләгән. Уҙған быуат урталарынан иһә ике ауылды электр уты менән тәьмин итеп торған ҙур, көслө локомобиль, пилорама, быйма баҫыу, тәгәрмәс, сана эшләү, ҡап һуғыу цехтары, пекарняһы, ауылдарға йәм биреп, йәшәү көсө өҫтәп торған радиоузелы булған.

Баскетбол ярышы үтте
12 ноября 2014 йыл | Спорт

Баскетбол ярышы үтте
Күптән түгел Красноусолда мәктәп уҡыусыларының ХV Спартакиадаһы сиктәрендә бас-кетбол ярыштары үтте. Унда ике йәш төркөмөндә 20-нән ашыу команда ҡатнашты.

Йәш кейекбаевсылар тәжрибә уртаҡлашты
12 ноября 2014 йыл | Мәғариф

Йәш кейекбаевсылар  тәжрибә уртаҡлаштыТел яҙмышы хаҡында уйланғанда, ирекһеҙҙән бар булмышы менән теле, иле, халҡы, заманы өсөн янып  көйгән, тел  байлығын һәм халыҡтың йәнле һөйләү үҙенсәлектәрен бөртөкләп йыйып, юғары фән кимәленә күтәргән Жәлил Кейекбаевтың шәхесе күҙ алдына баҫа.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2