Программа оҙайтылды
19 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһы 2014 йылдың 31 декабренә тиклем, ә уға беренсе иғәнәне индереү ваҡыты 2015 йылдың 31 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Элегерәк, 2009-2014 йылдарҙа Программаға ҡатнашып та, беренсе иғәнәне күсереп өлгөрмәгәндәр ҙә 31 ғинуарға тиклем быны эшләй ала.

Кескәйҙәр шатланды
19 ноября 2014 йыл | Хаттар

Ошо  көндәрҙә Ҡарағай ауылындағы "Гөлдәр” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре оло шатлыҡ кисерҙе. Уйын майҙансығына бәүелсәк, карусель һәм башҡа күп төрлө ҡоролмалар бүләк иттеләр. Уйын ҡоролмаларын майҙансыҡҡа урынлаштырыуҙа атайҙар ҙур ярҙам күрһәтте. Ата-әсәләр исеменән Имәндәш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғоловҡа, мәктәп директоры Хәмит Рәсүл улы Әбүзәровҡа кескәйҙәргә шатлыҡ бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Таһира ҒӘЛИӘКБӘРОВА,
тәрбиәсе.


“Ауылымда артһын бәрәкәт”
19 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

22 ноябрҙә Сәйетбабала ауылдың күренекле шәхесе -  мәғрифәтсе, мулла, I Бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан Мөхәмәтша Ҡаһарман улы Латиповтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе була.

“Берҙәм Рәсәй” ҡабул итә
19 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

1 декабрҙә "Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Берҙәм ҡабул итеү көнө үткәрелә.

Уңыштар һәм йәшлек дәрте һеҙгә!
19 ноября 2014 йыл | Урындағы үҙидара

"Йәш гвардия”ны 9 йыллығы уңайынан ихлас ҡотлайым.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2