Изгелеккә яуызлыҡ ошо буламы?
17 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Европа илдәре бер-бер артлы фашизмдан азат ителеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Яңыраҡ Сербияла хәрби парад үткәрелеп, унда илебеҙ етәксеһе В.В.Путин да ҡатнашты. Норвегия ла үҙенең азатлығын билдәләп үтте. Ә Украинала граждандар һуғышы бара, бер туғандарҙың үҙ-ара ыҙғышыуы, дошманлашыуы туҡталмай. Туҡталыр ине немец фашистарының ҡалдыҡтары – бандерасылар туҡтатырға теләмәй. Улар ошо сыуалыштарҙан файҙаланып, Украинаны Европа Союзына ылыҡтырырға тырышалар. Яңыраҡ һайланған Президент Порошенко ла уларҙың сәйәсәтен яҡлай.

Кешеләр, кеше булып ҡалығыҙ!
17 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Кешеләр араһындағы бәйләнеш ата-әсәләр менән балалар араһындағынан да ныҡлыраҡ һәм тығыҙыраҡ булырға мөмкин. Сөнки күп яҙмыштар бер-береһенә ныҡ оҡшаш.
Ни өсөн һуң ҡайһы саҡ улар бер-береһе өсөн сит-ятҡа әйләнәләр, хатта дошманлашалар? Ни өсөн социаль етемдәр һәм яңғыҙаҡтар, балалары тарафынан ташлап ҡуйылған ҡарттар – ата-әсәләр артҡандан-арта бара?
Был һорауҙарға яуапты һәм уларҙы хәл итеү юлдарын бөтөн йәмәғәтселек менән эҙләргә кәрәк. Ошо маҡсатта гәзиттә "Шырлыҡтағы йәшәйеш” тигән рубрика асабыҙ. "Йәшәйеш” хаҡында – быныһы аңлашыла, тиер гәзит уҡыусы. Ә бына "шырлыҡтағы” тигәнде нисек аңларға? Шулай ҙа була, ҡайһы саҡ кеше ҡара урман эсендә аҙашып, юғалып ҡала: ҡайҙа барырға – билдәһеҙлек, бер йән эйәһе лә юҡ, күпме ҡысҡырһаң да – бер кем дә ишетмәйәсәк тә, ярҙам да итмәйәсәк. Бәлки, гәзит аша һуғылған саңды ишетерҙәр?

Ҡыштың үҙ ҡағиҙәләре
17 ноября 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Ҡышын бал ҡорто ғаиләләренең тормошо ныҡлы үҙгәреш кисерә.

Мейессе - өйҙәргә ҡот өҫтәүсе
17 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә кешеләргә берҙән-бер йылы биреү сығанағы булып мейес тора. Күпме хуш еҫле икмәктәр, тәмле-тәмле аштар бешеп сыға шул мейестәрҙән. Һәр төбәктең дә данлыҡлы, тик маҡтау һүҙҙәре менән  генә телгә алынған мейес сығарыусылары бар. Мейес сығарыу оҫталарын халыҡ һәр ерҙә ҡәҙерләп, ололап ҡына тора, сөнки был эштең серҙәрен белеп етеү һәр кемгә лә бирелмәй бит. Ҡурғашлы ауылынан Фәрғәт Миңлеғәле улы Ғәлин да мейес сығарыу серҙәренә төшөнгән тап шундай оҫталарҙың береһе.

Аликҡа ярҙам итәйек
17 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылы егете Алик Степановты районда күптәр спортсы, музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы тип белә. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа район намыҫын лайыҡлы яҡлап оло еңеүҙәргә өлгәшкән егет бөгөн ауыр хәлдә ҡалған, йәғни ҡаты сиргә дусар булған.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 18