Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тиҙҙән тамамланасаҡ
24 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостанда 2014 йылдың 1 ноябренә торлаҡ биналарына 1.139.478 хоҡуҡ теркәлгән.

“Ғаиләм – минең байлығым”
24 ноября 2014 йыл | Хаттар

Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 6-сы класында үткән класс сәғәтенең төп темаһы шулай аталды.

Заманса йәшәйек
24 ноября 2014 йыл | Хаттар

Замана, бер уйлап ҡараһаң, эшләп ашарға өйрәтә. Булдыҡлыларҙы, йүнселдәрҙе, уңғандарҙы әленән-әле тыуҙыра.

Ярты быуаттан һуң осраштыҡ
24 ноября 2014 йыл | Хаттар

1961 йылдың февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы төҙөлөш ойошмаһында эшләп, дөйөм ятаҡтағы бер бүлмәлә йәшәгән һәм бер һауыттан тиерлек ашап йөрөгән ике әхирәттең береһе, йәғни Әсмә әхирәтем кейәүгә сыҡты. Ә мин туйҙа уның шаһиты булдым. Стәрленән поезд менән килдек, ниндәйҙер станцияла беҙҙе уның ҡустылары ат менән ҡаршы алды. Ауылының исемен дә иҫләмәйем, ниндәйҙер ҡоштоң атамаһы тип хәтерҙә ҡалған. Ул туйҙа кейәү егетенән йәшенеп төн уртаһына ҡәҙәр әхирәтем менән күршеләренең һарай башында, бесән араһында ултырыуыбыҙ иҫтән сыҡмай. Тегеләр ни, эҙләп-эҙләп тапмағас, өйгә кергәндәр ҙә ҡунаҡ була башлағандар. Өшөп-туңа башлағас үҙебеҙ йүгерешеп өйгә ҡайтып кермәбеҙме?!

Мәҙәни усаҡты дөрләтеүсе булды
24 ноября 2014 йыл | Хаттар

Мине 1960 йылда хәҙер инде бөткән Яңы Заһит (Биҙәүләт) ауылына фельдшер итеп эшкә ебәргән саҡтар иҫкә төшә. Тормош иптәшем Талип Искәндәр улы менән икәүләшеп ошо ауылда дәртләнешеп эш башлағайныҡ, ул – ауыл клубында, ә мин - медпункт-та.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18