Һеҙҙең хаттар – көтөп алынған сәләм
24 ноября 2014 йыл | Хаттар

Октябрь почтаһына байҡау яһағанда, төрлө тарафтарҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙҙан күпләп хат килеүе күҙгә ташлана. Был бик һөйөнөслө, сөнки уҡыусыларҙы мәғлүмәтле итеүҙә, рухи яҡтан байытыуҙа һеҙҙән килгән йылы, бай йөкмәткеле хаттарҙың да өлөшө ҙур. Бигерәк тә ауылдаштары өсөн шатланған, ниндәйҙер шатлыҡлы ваҡиғаны гәзит аша уртаҡлашырға теләп ебәрелгән сәләмдәрҙе оло кинәнес менән уҡыйбыҙ. Бына шундай бер хатты Үзбәк ауылынан Ә.Халиҡова ебәргән.

Ауылға ҡайтҡан өсөн - бер миллион һум
24 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

Йәш белгестәрҙе ауыл еренә эшкә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ауыл табибы» программаһы менән 2012, 2013 йылдарҙа 35 йәшкә тиклемге 12 мең табип файҙаланған. Быйыл был һан тағы ла алты меңгә артырға тейеш.

Кешеләр, кеше булып ҡалығыҙ!
24 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Етемдең өлөшөнә ингән
Әле Лариса Флүр ҡыҙы бер ҡатындың тормошон яйға һалыу менән мәшғүл. Уның әйтеүенсә, әлегә был хаҡта һөйләргә иртәрәк – ул, әйтергә кәрәк, йәнде әрнеткес.

Татлы тауарҙы - океан аръяғына
24 ноября 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Татлы тауарҙы - океан аръяғынаКанаданан килгән умартасы Михаил Куцый тыумышы менән Рәсәй кешеһе. Алтайҙа, Ҡаҙағстан яҡтарында умартасылыҡ серҙәрен ныҡлы үҙләштергәндән һуң Омск ҡалаһынан 2000 йылдар башында Канадаға барып төпләнә.

Һуңлаған яза
24 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Автобус тигеҙ юлдан алға елә. Баҫыу-ҡырҙар, урман-тауҙар матур кино кадрҙары кеүек күренеп ҡала. Хозур ҙа һуң үҙебеҙҙең яҡ тәбиғәте, мәңге һоҡланып туймаҫлыҡ. Ошондай гүзәл, шағирҙарға илһам бирерлек төбәктә йәшәгән кешеләрҙең күңелдәре лә матурҙыр һымаҡ. Шулай булырға тейештер ҙә, тик донъя бит ул, унда ниндәй хәлдәр булмаҫ тимә…

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18