Ҡотлайбыҙ!
24 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Красноусол ауылында йәшәүсе Иван Петрович МИНЬКОВты 88 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ветеранға һәр атҡан таңға шатланып, яҡшы кәйеф, көр күңел менән һау-сәләмәт йәшәүен теләйбеҙ.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауға арналды
24 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

Район хакимиәте бинаһында район ветерандар советының пленумы булып үтте.

Һынауҙа һынатмайыҡ!
24 ноября 2014 йыл | Матбуғат

- "Табын”дың шәмбе һаны булманы. Почтальоныбыҙ редакциянан таптырығыҙ, тине. Гәзитте бөтә уҡыусыларға ла етерлек итеп баҫтырмайһығыҙмы   ни? – аҙнаның тәүге эш көнө ошондай шылтыратыуҙарҙан башланды. Уларҙың һәр береһенә гәзит булмауҙың сәбәбен аңлатып бирергә тура килде. Эйе, үткән шәмбе Талбазы почтампынан Красноусол почта бүлексәһенә 100 дана "Табын”ды ебәрергә "онотҡандар”. Һөҙөмтәлә, был һан уҡыусыға шаршамбы көнө генә барып етте.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
24 ноября 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн район мәҙәниәт һарайында "Ҡышты саҡырыу” кисәһе була. Был кисәләге конкурстар барыһы ла һалҡынға, боҙға һәм, әлбиттә, туңдырмаға бәйле.
* Бөгөн Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда мулла һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтша Латиповтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе була.

Программа оҙайтылды
19 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһы 2014 йылдың 31 декабренә тиклем, ә уға беренсе иғәнәне индереү ваҡыты 2015 йылдың 31 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Элегерәк, 2009-2014 йылдарҙа Программаға ҡатнашып та, беренсе иғәнәне күсереп өлгөрмәгәндәр ҙә 31 ғинуарға тиклем быны эшләй ала.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18