Тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә
19 ноября 2014 йыл | Йәмғиәт

Тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергәБилдәле булыуынса, 16 ноябрҙә "Йәш гвардия” ойошмаһы төҙөлөүгә 9 йыл тулды. Рәсәйҙә йәштәрҙең төп ижтимағи-сәйәси ойошмаһы булған "Йәш гвардия”ның 150 меңдән ашыу ағзаһы иҫәпләнә. Рәсәй Федерацияһының 83 субъектында "Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе бар. Бөгөнгө көндә йәш гвардия-сылар 8 федераль һәм 140-тан ашыу төбәк кимәлендәге проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Районыбыҙҙа ла "Берҙәм Рәсәй” партияһының "Йәш гвардия” бүлексәһе уңышлы эшләп килә, уның ағзалары район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәштәр хәрәкәтенең 9 йыллығы уңайынан район йәш гвардиясыларының лидеры, Аҡкүл мәктәбе директоры Айҙар Рафиҡовтан бүлексәнең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләүен һораныҡ. Һүҙ – уға:


“Рус түгелмен, ләкин Россиян мин”
17 ноября 2014 йыл | Мәғариф

Имәндәш урта мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ойошторолған әҙәби кисә шулай тип аталды.

“Шағир данлаған ер”
17 ноября 2014 йыл | Мәғариф

Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған әҙәби композиция ошондай исем аҫтында үтте. Унда 6-сы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Бөйөк шӘХЕСКӘ арналды
17 ноября 2014 йыл | Мәғариф

Табын урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте аҙналығы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 95 йыллығына арналды. Был аҙналыҡ уҡытыусылар өсөн генә түгел, уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған сара булды, сөнки әҙерлек эштәре күпкә алдан башланған ине.

Мәктәбебеҙҙең тере тарихы
17 ноября 2014 йыл | Мәғариф

Ҡайһы берәүҙәр был донъяға эш өсөн генә тыуған кеүек. Ундайҙар үҙ-үҙҙәрен маҡтамай ҙа, маҡтау ҙа көтмәй, һөнәренә тоғро ҡалып, баш баҫып эшләп тик йөрөйҙәр. Ошо көндәрҙә ғүмеренең 90-сы баҫҡысына аяҡ баҫыусы Сания Миңнәхмәт ҡыҙы Хамматова ла шундайҙарҙан.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 18