“Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы бара
24 декабря 2014 йыл | Хоҡуҡ

“Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы бараБалаларҙың ҡышҡы каникулы осоронда 2014 йылдың 22 декабренән 2015 йылдың 16 ғинуарына тиклем Ғафури районы биләмәһендә "Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы уҙғарыла. Уның маҡсаты булып балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау, уҡыусыларҙың Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү тора.


Хеҙмәттәр - уңайлылыҡ өсөн
24 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Граждандарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн РФ Пенсия фондының Ғафури районындағы идаралығы түбәндәге хеҙмәттәр күрһәтә:

Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине
24 декабря 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һалмаҡ ҡына баҫып ҡапҡанан инеп килгән улын күреп, Мәғүҙә инәй тәҙрә алдында туҡтай биреп ҡараны. Оя төпкәйе, нәҫел дауам итергә тейешле аҫыл зат бит ул Йософо. Буй тиһәң буй, һын тиһәң һыны ҡойоп ҡуйғандай. Нимә тотһа шуны булдырыр. Ҡартайып ҡына тапҡан улына ғына таянып йәшәй инде Мәғүҙә лә. Йорт-ҡураны тәртиптә тотҡан, донья бөтәйткәне шул, Йософ. Ниндәй һалҡын ҡышта ла ҡайғыһы юҡ, һәр саҡ өй йылы, өҫтәл тулы ризыҡ. Хаҡ Тәғәләгә шөкөр ҡылып түр башында ултыр ҙа бит... Утыҙҙан уҙып һаман  буйҙаҡ йөрөй улы. Ҡанаты юҡ. Ваҡытында еңгәләре димләп-фәлән дә ҡарағайнылар, нишләптер береһенә лә күңел һалманы. Йомоҡ та шул үҙе. Ә ҡыҙ-ҡырҡын ҡолаҡ менән ярата, иркә һүҙгә алдана. Ҡулынан бер эш килмәһә лә, теле беләктәйҙәре яңғыҙ ҡалмай, ана… Эйе, баҫрауҙай беләкле, айыуҙай кәүҙәле Йософтан  балдай татлы һүҙҙәрҙе келәщә  менән дә тартып алып булмаҫ. Ләкин икенсе яғы ла бар бит әле – ауыр һүҙ ҙә  ысҡындырмай  бит ул. Битәрләп, мыжып, теңкәңде ҡоротоп йәнеңде ашамаҫ. Тормош ауырлыҡтарын шыңшымай ғына күтәрер, сабыр ғына йырып та сығыр... Атаһы мәрхүмкәй ҙә шундай ине. Сөсө һүҙҙәрһеҙ ҙә йәшәнеләр, кәм-хур булманылар, ым-ишаранан да бер-береһен аңлап торҙолар. Донъялыҡтан  да ыҙа-биҙаһын һалмай тыныс ҡына үтеп китте...

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
24 декабря 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Райондың энергетика системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн:
Әлфиә Әхмәт ҡыҙы НАЗАРОВА – Ғафури район электр селтәре техник хеҙмәткәре.
Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Ғафури районындағы идаралығында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн:
Татьяна Васильевна ЕЛСУКОВА – персоналләштерелгән иҫәп, страховка иғәнәләренә етәкселек итеү, страховкалаусылар менән эш итеү һәм бирәсәктәрҙе юллау бүлегенең баш белгес-эксперты;
Альбина Фәнил ҡыҙы ХӘМЗИНА – пенсия тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү, түләү һәм страховкаланған кешеләрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлегенең баш белгес-эксперты;
Елена Анатольевна ХРЕНОВА – пенсия тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү, түләү һәм страховкаланған кешеләрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы.

Аҡ төлкөләр аҡҡа сорнар әле. Үтәк ауылында йәнлек фермаһы эшләй башланы
24 декабря 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Аҡ төлкөләр аҡҡа сорнар әле. Үтәк ауылында йәнлек фермаһы эшләй башланыЕгәрле елде лә егер, ти халыҡ. Бөгөн тап ана шундай егәрле, заманса ҡарашлы кешеләргә уңыш йылмая ла. Үтәк ауылында йәнлек фермаһы асып ебәреүсе егеттәр хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгө яҙмала ошо хужалыҡ менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17