Рәхмәт һиңә, әсәй!
15 декабря 2014 йыл | Хаттар

Рәхмәт һиңә, әсәй!1941 йылдың салт аяҙ йәйге көнө. Бәләкәй генә ҡыҙҙар йәшел үләндә сыр-сыу килеп уйнап йөрөйҙәр. Улар бөгөн шат: әсәйҙәре матур күлдәк, уйынсыҡтар алып ҡайтасаҡ. Тимер юл  станцияһына һөт, май, йомортҡа алып киттеләр, шуларҙы кейем-һалымға алмаштырасаҡтар...
Зифа ла шул ҡыҙҙар араһында уйнап йөрөй ине, атаһы әллә ҡайҙан ҡайтып килде лә, ҡыҙын саҡырып алып :
- Әсәйең ҡайтҡас әйтерһең, мине военкоматка саҡыралар, бәлки ҡайтып тора алмаҫмын, - тине. Саҡ алты йәше тулған ҡыҙ бер ни ҙә аңлай алманы, һуңынан ғына, әсәһе ҡайтҡас, илгә ҙур бәлә килгәнен-һуғыш сыҡҡанын белде...

Кис ултыра ҡыҙҙар...
15 декабря 2014 йыл | Мәғариф

Кис ултыра ҡыҙҙар...Красноусол башҡорт гимназия-интернатында һәләтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр генә түгел, уҡыусылар ҙа бик күп. Араларында төрлө ҡул эшенә оҫталары ла бар.

Ике Геройлы мәктәп
15 декабря 2014 йыл | Мәғариф

9 декабрь – Ватан Геройҙары көнө. Ул – Рәсәйҙә билдәләнеп үтеүсе мөһим байрам. Ошо байрам уңайынан Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҙур сара үткәрелде. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерхан бабай Рәхимов, ауылдашыбыҙ Советтар Союзы Геройы Зәйнетдин бабай Әхмәтйәновтың ҡыҙы Нәзирә апай, ветерандар советы рәйесе Борис ағай Йомағолов, шулай уҡ башҡа ҡунаҡтар саҡырылды.

Бәхете – яратҡан һөнәрендә
15 декабря 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бер-бер артлы йорттарҙа уттар һүнде, ә Зөһрәнең өйҙәге мәшәҡәттәре бөтмәгән әле…
Бына, ниһайәт, бөгөнгө эштәрен тамамлап, үҙенә лә ял итергә, йоҡларға форсат тыуҙы. Ғәҙәттәгесә, күптән йоҡоға талған улы Ирек (Красноусолдағы 3-сө мәктәптә 5-се класта уҡый) янына килеп, юрғанын ипләп япты ла утты һүндерҙе. Иртәгәһен тағы ла иртүк торорға кәрәк бит.

Байрам кәйефе бүләк иттеләр
15 декабря 2014 йыл | Хаттар

Байрам  кәйефе  бүләк  иттеләрАҡкүл ауылындағы "Родник Надежды” Хәйриә фонды бинаһында Әсә көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Уны Хәйриә фонды етәксеһе Лариса Флүр ҡыҙы Шакирова менән Аҡкүл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Надежда Николаевна Хафизова ойошторҙо.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4