“Бөтә мохтаж Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш”
01 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын бай-рам итеү алдынан һуғыш ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның айырым контролендә тотола.

Иң татлы, иң наҙлы һүҙҙәр әсәләргә
01 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Әсәй – ул ғүмер башланғысы, иң наҙлы ҡараш, иң яратыусы йөрәк, иң йомшаҡ ҡулдар. Әсәйҙәргә яғымлы һәм йылы һүҙҙәрҙе байрамда ғына түгел, ә көн һайын әйтһәң дә артыҡ түгел.

Бар илаһилыҡ - әсәйҙәрҙән
01 декабря 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Әсәләрҙең йәмғиәт һәм кешелек алдында оло дәрәжәһен, уларға булған тәрән яратыу һәм ихтирамды сағылдырған байрам - Әсә көнө илебеҙҙә 1998 йылдан бирле, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Был байрам әсәләргә балалыҡ рәхмәтен, фиҙаҡәр хәстәрлеге өсөн сикһеҙ хөрмәт белдереү көнө булып тора. Бала тәрбиәләү, уны кеше итеү бурысы тап әсәләрҙең нескә иңенә төшә. Тап әсә кеше балаһын донъяны танып белергә, яҡшыны ямандан айырырға, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҙенә һеңдерергә өйрәтә. Әсә - нурлы гөл дә, ғаилә ҡото ла, тормош күрке лә. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк һәм изгерәк кеше юҡ.
Ғаилә усағын ел-ямғырҙан һаҡлаусы, Әсә тигән бөйөк исемде йөрөтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, етештереү тармағында һәм башҡа хеҙмәт урындарында уңышлы эшләй.
Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар! Барығыҙҙы ла ошо һоҡланғыс байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр ваҡыт изгелек һәм шәфҡәтлелек, матурлыҡ һәм наҙлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалығыҙ. Балаларығыҙ һеҙҙе һәр саҡ уңыштары менән һөйөндөрөп торһон, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Мөхәббәт һәм наҙлылыҡ, күңел һәм донъялар тыныслығы һеҙгә! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
01 декабря 2014 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 3 декабрҙә Геройҙар аллеяһында "Билдәһеҙ һалдат көнө”нә арналған митинг була. Башлана 14.00 сәғәттә.
* 6 декабрҙә Юлыҡ мәктәбендә район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына төбәк-ара милли көрәш буйынса ярыш үтә. Унда уҡыусылар - 5, өлкәндәр 4 ауырлыҡ үлсәмендә бил һынашасаҡ. Башлана 11.00 сәғәттә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17