Районда боксерҙар клубы булһа…
24 декабря 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Районда боксерҙар клубы булһа…Донъяла танылыу яулаған бок-сер, Табын ауылында тыуып үҫкән Давид Аванесянға районда был спорт төрөн үҫтереүгә булышлыҡ итергә тәҡдим иттеләр.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
24 декабря 2014 йыл | Яңылыҡтар

Семинарға саҡырабыҙ!
25 декабрь иртәнге сәғәт 10-да район хакимиәтенең ултырыштар залында "РФ-ның һалым ҡануниәтенә индерелеп, 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк үҙгәрештәр. Рәсәй ФНС-ы һәм Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының электрон сервистарын файҙаланыу. ТКС буйынса отчет биреүҙең өҫтөнлөктәре” темаһы буйынса семинар үтәсәк.
3-сө район-ара һалым инспекцияһы.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
24 декабря 2014 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Бужан” дуэты еңеүсе булды
Башҡорт милли сәнғәтен үҫтереү, яңы таланттарҙы табыу маҡсатында «Башҡортостан» гәзите Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Талантлыны данлай «Башҡортостан» тигән ижади конкурс иғлан иткән ине.
21 ғинуарҙан 1 декабргә тиклем барған Интернет-конкурста ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүсе һәүәҫкәр йырсылар, бейеүселәр, музыка ҡоралдарында уйнау-сылар (соло, дуэт, трио булырға мөмкин), фольклор ансамблдәре көс һынашты.
Сәйетбаба ауылының музыка ҡоралдарында уйнаусы һәүәҫкәр артистары Мөхәмәтзәкир Ишмырҙин - гармун, Юнир Ишбирҙин - мандолина һәм Рәсүл Вахитов скрипкала уйнаған "Ауыл көйө” видеояҙмаһын февраль айында уҡ Интернет селтәре аша конкурсҡа  ебәргәйнек. Баштан уҡ беҙҙең һәүәҫкәрҙәр ҙур танылыу тапты һәм бик күп тауыш йыйып, йомғаҡлау концертына үттеләр.
19 декабрь көнө Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу театрында үткән йомғаҡлау концертында беҙҙең "Бужан” инструменталь дуэты (Юнир Ишбирҙин мәрхүм булыу сәбәпле, улар дуэт булып сығыш яһаны) "Музыка ҡоралдарында иң оҫта уйнаусы”  номинацияһында I дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Уларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыш яулауҙарын теләйбеҙ.
Рәүилә ЛОҠМАНОВА.
Сәйетбаба ауылы.

Рәхмәт һиңә, әсәй!
15 декабря 2014 йыл | Хаттар

Рәхмәт һиңә, әсәй!1941 йылдың салт аяҙ йәйге көнө. Бәләкәй генә ҡыҙҙар йәшел үләндә сыр-сыу килеп уйнап йөрөйҙәр. Улар бөгөн шат: әсәйҙәре матур күлдәк, уйынсыҡтар алып ҡайтасаҡ. Тимер юл  станцияһына һөт, май, йомортҡа алып киттеләр, шуларҙы кейем-һалымға алмаштырасаҡтар...
Зифа ла шул ҡыҙҙар араһында уйнап йөрөй ине, атаһы әллә ҡайҙан ҡайтып килде лә, ҡыҙын саҡырып алып :
- Әсәйең ҡайтҡас әйтерһең, мине военкоматка саҡыралар, бәлки ҡайтып тора алмаҫмын, - тине. Саҡ алты йәше тулған ҡыҙ бер ни ҙә аңлай алманы, һуңынан ғына, әсәһе ҡайтҡас, илгә ҙур бәлә килгәнен-һуғыш сыҡҡанын белде...

Кис ултыра ҡыҙҙар...
15 декабря 2014 йыл | Мәғариф

Кис ултыра ҡыҙҙар...Красноусол башҡорт гимназия-интернатында һәләтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр генә түгел, уҡыусылар ҙа бик күп. Араларында төрлө ҡул эшенә оҫталары ла бар.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17