Ике Геройлы мәктәп
15 декабря 2014 йыл | Мәғариф

9 декабрь – Ватан Геройҙары көнө. Ул – Рәсәйҙә билдәләнеп үтеүсе мөһим байрам. Ошо байрам уңайынан Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҙур сара үткәрелде. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерхан бабай Рәхимов, ауылдашыбыҙ Советтар Союзы Геройы Зәйнетдин бабай Әхмәтйәновтың ҡыҙы Нәзирә апай, ветерандар советы рәйесе Борис ағай Йомағолов, шулай уҡ башҡа ҡунаҡтар саҡырылды.

Бәхете – яратҡан һөнәрендә
15 декабря 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бер-бер артлы йорттарҙа уттар һүнде, ә Зөһрәнең өйҙәге мәшәҡәттәре бөтмәгән әле…
Бына, ниһайәт, бөгөнгө эштәрен тамамлап, үҙенә лә ял итергә, йоҡларға форсат тыуҙы. Ғәҙәттәгесә, күптән йоҡоға талған улы Ирек (Красноусолдағы 3-сө мәктәптә 5-се класта уҡый) янына килеп, юрғанын ипләп япты ла утты һүндерҙе. Иртәгәһен тағы ла иртүк торорға кәрәк бит.

Байрам кәйефе бүләк иттеләр
15 декабря 2014 йыл | Хаттар

Байрам  кәйефе  бүләк  иттеләрАҡкүл ауылындағы "Родник Надежды” Хәйриә фонды бинаһында Әсә көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Уны Хәйриә фонды етәксеһе Лариса Флүр ҡыҙы Шакирова менән Аҡкүл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Надежда Николаевна Хафизова ойошторҙо.

Киләсәк быуын сәләмәтлеге
15 декабря 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Киләсәк быуын сәләмәтлеге Йәш быуындың туҡ һәм сәләмәт булыуы барыһынан ҡиммәт. Шуға ла уҡыу йылының тәүге көнөнән үк мәктәп уҡыусыларын йылы аш менән туҡландырыу төп мәсьәлә булып тора.

Ерһеҙ отолоп ҡуймайыҡ!
15 декабря 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Красноусолдан тыуған ауылым Сәйетбабаға ҡайтҡан саҡта тирә-яҡтағы баҫыуҙарҙы ҡарап барырға яратам. Ауылға яҡынлағас, Мәндем йылғаһы буйлап һуҙылған Ҡарауыл, Йәнекәй тауҙарын күреү йәшлегемде иҫкә төшөрә.  Тау битләүҙәрендә үҫкән сейәлектәр араһындағы мәтрүшкәләр күҙ яуын алып сәскә атыр ине. Беҙ уларҙы һабаҡтарын бысаҡ менән генә ҡырҡып алып йыя инек. Ҡарауыл тауы, Таш башы ҡалҡыулығына күтәрелеп, тирә-яҡтың гүзәллегенә, туҡ башаҡлы иген баҫыуҙарына ҡарап һоҡланып тороуҙар иҫкә төшә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17