“Нисек тә йәшәрбеҙ әле…”
15 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Красноусолдан Рәйсә Абдулла ҡыҙы башына төшкән михнәттән нисектер төшөнкөлөккә бирелмәй, ә һаман да яҡшыға өмөт итә. Әҙәм балаһы үҙенең ҡырын эше өсөн үкенеп, хатаһын төҙәтер, тип ышана ул һәм көтә. Май
айында "Ҡом, ҡырсынташ, ваҡланған таш, ҡара ер, серетмә килтереп бирәбеҙ. 15 тонна” – тигән рекламаға иғтибар итә ул. Йәшелсә баҡсаһына серетмә бик тә ярап ҡалыр ине, тип уйлай ул. Иғланда реклама биреүсенең юридик адресы ла күрһәтелгән: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Народная урамы, 5 а, "Стройремуслуги” ЯСЙ-е. Барыһы ла нигеҙле, ышандырырлыҡ.

Изгелек донъяны ҡотҡарыр
15 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Изгелек донъяны ҡотҡарыр1992 йылда Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип иғлан ителде. Был айырыуса ярҙамға мохтаж булған, яҙмыш ҡушыуы буйынса һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең проблемаларына иғтибар биреүгә, йәғни уларға йөҙ менән боролорға мөмкинлек тыуҙырылған көндәрҙең береһе.

Ҡояш ҡына йылытмай. Райондың Почетлы гражданы Рәйес Күскилдинға 60 йәш
15 декабря 2014 йыл | Уңғандарыбыҙ

Өфө саҡ төнгө йоҡонан уянып килә. Урамда машиналар һирәк әле, халыҡ яңы йоҡонан тороп эшкә, уҡырға барырға йыйына. Ә бына ҙур кабинеттағы креслоһына ултырып телефондан һөйләшкән мөһабәт кәүҙәле, үткер ҡарашлы ир күптән үҙ урынында, буғай. Берсә ҡаршыһындағы компьютер мониторына текәлә, берсә трубканан кемделер шелтәләп ала, был саҡта уның ҡуйы ҡара мыйыҡтары ла тырпа-йып ҡуя кеүек.

Байрам алды йәрминкәһенә саҡырабыҙ!
15 декабря 2014 йыл | Яңылыҡтар

Муниципаль район хакимиәте ауыл хужалығы предприятиелары, ойошмалар, фермерҙарҙы һәм шәхси хужалыҡтарҙы Өфө ҡалаһының Киров районында (Рабкорҙар урамы, 5,7, 20) һәр шәмбе үтәсәк Яңы йыл алды йәрминкәләрендә ҡатнашырға саҡыра.

Тәртип булғанда тотороҡлолоҡ та бар
15 декабря 2014 йыл | Ауыл хужалығы

Ленин исемендәге хужалыҡтың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы тотороҡло ғына эшләп килә. Бында берҙәм һәм татыу коллектив тупланған. Хужалыҡта мал ҡышлатыу барышы нисек, продуктлылыҡ кәмемәгәнме? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында хужалыҡҡа юлландыҡ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17