Һаумы, баҡсам, һиңә килдем
10 декабря 2014 йыл | Мәғариф

Һаумы, баҡсам,  һиңә килдемМәктәпкәсә осор – ул бала саҡтың иң гүзәл миҙгеле, балаларҙың ата-әсәһе ҡанаты аҫтына һыйынып ҡына бер ҡайғыһыҙ йәшәгән саҡтары. Ә атай-әсәй эштә саҡта һыйыныр урын – балалар баҡсаһы.
Беҙҙең районда ла уңышлы эшләп килгән мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары байтаҡ. Шуларҙың береһе – Ҡауарҙы ауылындағы "Йәншишмә” балалар баҡсаһы.

Әбйәлил ерендә “Ағинәйҙәр ҡоро”
10 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Әбйәлил районында "Ағинәйҙәр ҡоро” үтте. Унда беҙҙең райондан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ә.Ә.Шаһиева, "Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Юрмаш ауылынан ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Суфия Юлбарисова һәм мин, ошо юлдарҙың авторы, барҙыҡ.

Ағинәйлек - ул рухи дәрәжә
10 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Ауыл яҙмышын, халыҡ яҙмышын хәстәрләүҙә ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдарҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Улар тәү сиратта, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнарға, был йүнәлештә эшләүсе дәүләт структураларына оло ярҙамсы булырға тейеш. Шуға ла һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар хәрәкәтен тергеҙеү, уларҙың кәңәш ҡорон эшкә егеү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләре буйынса комиссияһының төп бурыстарының береһе булып тора.

Һәр биҙәктә - күңел зауығы
10 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Һәр биҙәктә - күңел зауығыҠул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар һәр ауылда бар. Оҫта тиеп кенә түгел, матурлыҡҡа ынтылып, гүзәллек булдырып йәшәүселәр тип әйтер инем уларҙы. Ҡауарҙы ауылында йәшәгән Әнисә Сурағолова ла ябай ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырырға һәләтле апай. Ҡауарҙы мәктәбендә 34 йыл башланғыс кластарҙа уҡыта ул. Башланғыс класс уҡытыусыларының күпселегенә хас булғанса, төрлө яҡтан һәләтле Әнисә Фәрит ҡыҙы ла бәләкәстәрҙе  уҡырға, яҙырға, һанарға ғына түгел, баянын һыҙҙырып уйнап ебәреп, төрлө йырҙар ҙа өйрәтә. Ә хеҙмәт дәрестәрендә төҫлө ҡағыҙҙарҙан, туҡымаларҙан аппликациялар һ.б. әйберҙәр эшләйҙәр. Класс бүлмәһен ижади күңелле  уҡытыусының ошондай эштәре биҙәй.

Күңел йылыһы өләшә “Ханым”
10 декабря 2014 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район мәҙәниәт йортонда эшләп күптән түгел генә хаҡлы ялға сыҡҡан Зәйтүнә Зәйнешеваны белмәгән кеше һирәктер. Ойоштороу тәжрибәһе ҙур булған Зәйтүнә Әхмәтғәли ҡыҙын быйыл эшенә яңынан саҡырып алдылар. Тынғыһыҙ мәҙәниәт хеҙмәткәре дәртләнеп эшкә тотондо. Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Ханым” ҡатын-ҡыҙҙар клубының ишеге лә уның тырышлығы менән яңынан асылды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17