Лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ
21 января 2015 йыл | Хаттар

Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү бөгөнгө йәштәр сәйәсәтендә мөһим урын тота һәм был тәңгәлдә мәғариф системаһы ҙур роль уйнай.

Әсәләр көттөләр улдарын
21 января 2015 йыл | Йәмғиәт

Әсәләр көттөләр улдарын9 Май яҡынлашҡан һайын Бөйөк Еңеүҙең әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҙур ауырлыҡтар аша яуланғанын, тарихи әһәмиәтен йәштәргә күберәк аңлатырға тейешбеҙҙер. Бигерәк тә бөгөнгө мәғлүмәт каналдары аша тарихты боҙоп күрһәтеүҙәр, ысынбарлыҡты инҡар итеүҙәр йышайған мәлдә дөрөҫлөк менән таныштырыу көнүҙәк булып ҡала. Тылдағыларҙың Еңеүгә булған ынтылышы, өмөт-ышаныстары, уларҙың ауыр хеҙмәте онотолорға тейеш түгел.

Хеҙмәт батыры
21 января 2015 йыл | Йәмғиәт

Советтар Союзы заманында орден һәм миҙалдарҙың, Маҡтау ҡағыҙҙарының, бүләктәрҙең баһаһы юғары була торғайны. Наградалар илебеҙ байлығын, иҡтисадын, ауыл хужалығын үҫтереүҙә юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары күрһәткән иң-иң алдынғыларға ғына бирелә ине. Биш йылға бер тапҡыр, халыҡ хужалығын үҫтереүҙең биш йыллыҡ планы үтәлеше һөҙөмтәләре менән генә.
Хәҙер наградаларҙы, маҡтаулы исемдәрҙе күпләп тараталар, бәҫен, баһаһын төшөрҙөләр.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында хеҙмәт алдынғыларын наградалау өсөн "Хеҙмәт даны” ордены булдырылғайны. Ордендың өс дәрәжәһе менән дә наградланған кеше Социалистик хеҙмәт Геройы исеменә тиңләшә ине.
Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем ҡыҫҡа ғына арауыҡта күп кенә хеҙмәт батырҙары ошо орден менән наградланды. "Йондоҙ” колхозында "Хеҙмәт даны” орденын 3 кеше алды. Яҙасаҡ һүҙҙәрем шуларҙың береһе Зәйнулла Һәҙиәт улы Фәтҡолов тураһында.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
21 января 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Үҫеп килгән йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә оҙаҡ йылдар намыҫлы, әүҙем эшләгәндәре өсөн:

Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды
21 января 2015 йыл | Матбуғат

Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды- Яңы йыл "Табын” бүләгенә лайыҡ булыуыбыҙ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙән башланып китте. Тотош йыл һуҙымында тормошобоҙҙа шатлыҡ-һөйөнөстәр, уңыштар ғына булһын инде, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Ҡауарҙы ауылынан Мөхәмәт Абдуллин. Ул – 2015 йылдың беренсе яртыһына "Табын”ға яҙылып бүләк отоусыларҙың береһе. Иншалла, шулай булһын, "Табын” менән йыл һуҙымында һәр өйгә һөйөнөслө хәбәр, уңыш, бәрәкәт килһен.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7