Волейболсылар уңышы
21 января 2015 йыл | Спорт

Волейболсылар уңышыҮткән йыл аҙағында Октябрьский ҡалаһында БР мәктәп уҡыусылары Спартакиадаһы сиктәрендә дөйөм белем биреү мәктәптәре, интернат тибындағы гимназия, лицейҙар уҡыусылары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир үтте. Унда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты волейболсы ҡыҙҙары командаһы (тренерҙары – Вил Үтәғолов) яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, финалға сыҡты.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
21 января 2015 йыл | Яңылыҡтар

Әҙәбиәт йылы старт ала
30 ғинуарҙа республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы үтәсәк.
Өфө ҡалаһы мәҙәниәт һарайында үтәсәк был сара яҙыусылар, шағирҙар, сәнғәт әһелдәре ҡатнашлығындағы әҙәби музыкаль кисә рәүешендә ойошторола. Унда йыл эмблемаһына иң яҡшы проектҡа конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүсе билдәләнәсәк.
Ошо уҡ көндө "Әҙәби мозаика” тигән яңы марафонға старт биреләсәк. Эстафетаны беренселәрҙән булып беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған яғы, йәғни районыбыҙ башлап ебәрәсәк.

Яңы йылға ҙур бүләк
21 января 2015 йыл | Хаттар

Үтәк мәҙәниәт йортоноң Яңы йыл алдынан газ менән йылытыла башлауын ауыл халҡы байрам бүләге итеп ҡабул итте. Йылы бөркөлөп торған клубта Яңы йыл кисәһе лә шаулап-гөрләп үтте.

Юлдарҙы кем таҙартыр?
21 января 2015 йыл | Хаттар

Ҡарлы-буранлы ҡыш беҙҙең Ибраһим ауылы халҡына оло проблема тыуҙыра.

Каникулым күңелле үтте
21 января 2015 йыл | Хаттар

Яңы йыл – барыбыҙҙың да иң яратҡан байрамдарының береһе. Мин дә был байрамды түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Быйыл минең өсөн декабрҙең һуңғы биш көнө ҡалғас та, гимназиябыҙҙың Шыршы байрамы менән башланып китте. Аҙаҡ ауыл мәктәбендә лә күңелле үтте.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7