Уҡыуҙар башланасаҡ
21 января 2015 йыл | Яңылыҡтар

31 ғинуарҙан ра-йон умартасыларының квалификацияһын күтәреү курстарында уҡыуҙар башланасаҡ. Ике ай һуҙымында дәрестәр шәмбе көндәрендә 130-сы һөнәрселек училищеһында үтәсәк.

Ауаз ишетелә, аҡ ауаз...
21 января 2015 йыл | Хаттар

Ике йыллап булалыр, интернет селтәрендәге сәхифәмә ҡыҙыҡлы яңы дуҫ өҫтәлде. Моңло тауышлы, гармунсы ла икән. Бер аҙҙан уның башҡарыусы ғына түгел, үҙе үк йырҙар авторы ла, йәғни, көйҙәрен ижад итеүсе, ижади йәштәргә һәр яҡлап ярҙам итергә ынтылыусы кеше булғанын белдем. Күгәрсен районында йәшәүсе үҙешмәкәр композитор һәм йырсы Риф Бикбаев булыр  геройым. Тамада булараҡ төрлө байрам-тантаналарҙы биҙәүен, үҙ төбәгендә димселек клубы ойошторғанын белеү ҙә ҡыҙыҡ ине. "Аҡ ауаз” димсе клубы Мәләүез, Салауат ҡалаларында, Нөгөш ҡасабаһында, төрлө ауылдарҙа халыҡ менән  кисәләр, ретро дискотекалар, уйындар ойоштора, яңғыҙҙарҙы табыштырыу кеүек изге эш алып бара.

Фәһемле ғүмер юлы
21 января 2015 йыл | Йәмғиәт

Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Иҙрис Сафа улы Вәлишин – Яңғыҙҡайын ауылында абруйлы аҡһаҡалдарҙың береһе. 40 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә, мәғарифҡа арнаған ветеран туғыҙынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫты.

Семинарға саҡырабыҙ!
21 января 2015 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле һалым түләүселәр! 22 ғинуарҙа район хакимиәтенең ултырыштар залында "РФ-ының һалым ҡануниәтенә индерелеп, 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр. Һалым органдарына килемдәр тураһында (2-НДФЛ формаһы буйынса) мәғлүмәттәр тапшырыу” тигән тема буйынса семинар үтәсәк. Ул иртәнге сәғәт 10.00-да башлана.

Асыҡ тыңлау үтте
21 января 2015 йыл | Урындағы үҙидара

16 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Ғафури районы муниципаль район Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7