төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
14 января 2015 йыл | Яңылыҡтар
Миҙалдар ветерандарҙы көтә
"1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл” юбилей миҙалы менән наградланырға тейешле кешеләрҙең (Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары, элек хәрби юбилей миҙалдары менән наградланыусылар һәм башҡалар) һәм бүләкләнеүселәр исемлеген асыҡлау өсөн элек мөрәжәғәт итмәүселәрҙең йәшәгән урындары буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.Шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтарынан күсеп китеүселәр йәки килеүселәр араһынан юбилей миҙалы менән бүләкләнергә тейешлеләрҙең адрестарын асыҡлауҙы һорайбыҙ. Юбилей миҙалына лайыҡлы бер генә кеше лә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Ойоштороу комитеты.