“Батыр” клубы асылды
18 февраля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп базаһында "Батыр” хәрби-патриотик клубы асылды.
Үҫеп  килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған был клуб Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең "2020 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙең федераль системаһы Концепцияһы тураһында” Бойороғон һәм "Йәштәрҙең һәм балаларҙың хәрби-патриотик берекмәләре тураһында” Ҡарарын, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "2012-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы хәрби-патриотик тәрбиәләү саралары планы тураһында” Ҡарарын бойомға ашырыу маҡсатында булдырылды.
"Батыр”ҙың етәксеһе итеп 3-сө мәктәп уҡытыусыһы И.З.Абыҙгилдин тәғәйенләнде, клубтың положениеһы, 2015 йылға саралар планы раҫланды.

Яратҡан уҡытыусыбыҙ
18 февраля 2015 йыл | Хаттар

Ул гимназистарҙың иң яратҡан уҡытыусыһы, сөнки үҙе лә бала йөрәкле, изге, алсаҡ йөҙлө һәм киң күңелле. Уның дәрестәре һәр ваҡыт байрам һымаҡ күңелле, мауыҡтырғыс һәм әкиәттәге шикелле тиҙ үтеп китә. Әлфрит Мотаһар улы Мәүлетҡолов  һәр бер уҡыусы менән уртаҡ тел таба белә.

“Ағинәйҙәр” клубы ойошторолдо
18 февраля 2015 йыл | Хаттар

Уҙған аҙнала Толпар ауылында ра-йон башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева менән районыбыҙҙың "Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова булып китте. Ҡунаҡтарҙың килеүенең маҡсаты – урындағы ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡындан аралашып, кәңәшләшеп, Толпар ауылы биләмәһендә "Ағинәйҙәр” клубы ойоштороу ине.

Хәбәрҙәр килеп торһон
18 февраля 2015 йыл | Хаттар

Ҡыш айҙарында, ғәҙәттә, гәзит уҡыусыларҙан хат-хәбәрҙәр күберәк килә. Ғинуар почтаһы ла башҡаларынан байыраҡ булды, 54 автор шатлыҡ-ҡыуаныстарын, күңел кисерештәрен беҙҙең менән уртаҡлашты, үҙ фекерҙәрен белдереүселәр ҙә булды. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары араһында барған конкурс – "Өмөтлө ҡәләм”гә лә ижади эштәр күпләп килә. Рәсәйҙә һәм республикала иғлан ителгән "Әҙәбиәт йылы” старт алыуы уңайынан китапхана, мәҙәниәт усаҡтарында, мәктәптәрҙә төрлө саралар уҙғарыла башлауы ла шатлыҡлы күренеш.

Эше барҙың зары булмаҫ
18 февраля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Райондың төрлө ойошма, хужалыҡ, учреждение етәкселәре, белгестәренең урындарҙа халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Бельский ауыл биләмәһендә үткән осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм башҡа яуаплы органдар етәкселәре, белгестәре, ауыл Советы депутаттары ҡатнашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18