Район данын яҡланылар
18 февраля 2015 йыл | Спорт

5 февралдә мәктәп уҡыусыларының ХVII Спартакиадаһы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалыла милли көрәш ярышы үтте.

Хәүефһеҙлек сараһы хәүефләндерҙе
18 февраля 2015 йыл | Сәйәсәт

Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция Президенты Франсуа Олланд башта Киев ҡалаһында Петр Порошенко, һуңынан Мәскәүҙә Владимир Путин менән осрашыу уҙғарыуы, Германияла  хәүефһеҙлек буйынса 51-се Мюнхен конференцияһы уҙыуы иғтибар үҙәгендә булды.

=Иҡтисад көнө Ишле мал илгә ҡеүәт Ҡауарҙы төбәге халҡы ишле мал аҫрап донъя көтә
18 февраля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 5 февралдә Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә күсмә Иҡтисад көнө һәм етәкселәрҙең халыҡ менән осрашыуы үтте. Был саралар башланырҙан алда район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров етәкселегендә уның иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы И.А.Небогатова һәм Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләре башлыҡтары Р.Ә.Латипов, Ә.Ә.Ноғайғоловтарҙан торған төркөм Юлыҡ ауылында күпләп мал аҫраусы бер нисә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа булып, уларҙың көнитмеше менән яҡындан танышты.

Урында хәл ителә
18 февраля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Ғафури районы муниципаль район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдиновтың Муниципаль район Советы ултырышындағы доклады (ҡыҫҡартып бирелә)

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
18 февраля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Йәрминкәлә ҡатнашырға саҡырабыҙ
БР Ғафури районы муниципаль район хакимиәте ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын һәм шәхси хужалыҡтары булған граждандарҙы 14 февралдә, шәмбе көн Өфө ҡалаһы, Рабкорҙар урамы, 5/7 ("Аврора” кинотеатры майҙанында) үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.
Йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәргә пропуск алыр өсөн 2-18-72 телефоны буйынса (район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге) йәки ауыл биләмәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Йәрминкәлә сауҙа итер өсөн 2-се формалы ветеринар участканан белешмә, өҫтәл, үлсәү, махсус кейем талап ителә.
Иткә келәймә һуҡтырыу мәсьәләһе буйынса "Ғафури ветстанцияһы” ДБУ-һына, Красноусол ауылы, Көнбайыш урамы, 10 буйынса мөрәжәғәт итергә. Тел.: 2-14-64,
2-18-68, 2-10-71, 8-905-007-93-01.
Дөйөм йыйылыу урыны - Өфө - аэропорт киҫелешендә иртәнге 7.00 сәғәттә.
Һорауҙарығыҙ булһа, тел.: 2-18-72, 2-12-78, 2-13-47.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 23