Йәш сәсәндәр конкурсы
18 февраля 2015 йыл | Мәғариф

Республикала барған  "Аҡмулла көндәре” уңайынан районыбыҙҙа "Аҡмулла вариҫтары”  йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Быйылғы бәйгелә 50-гә яҡын  уҡыусы ҡатнашыуы  конкурстың мәртәбәһе күтәрелә барыуы, уҡыусылар араһында киң танылыу алыуы тураһында һөйләй.

Күңелдәрҙән урғыла моң, халыҡсан моң
18 февраля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт һарайы тамаша залының шығырым тулған сағы бик һирәк була. Һуңғы йылдарҙа Красноусолда йәшәүсе халыҡ концерттарға бик йөрөп бармай шул. Ә бына билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимрани үҙенең юбилейы алдынан ижадташ дуҫтарын йыя икәнлеген ишеткәс, район үҙәге халҡы ғына түгел, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәшәүсе моң һөйөүселәр концертҡа эркелешеп килде. Мәҙәниәт һарайында алма төшөрлөк тә урын юҡ.

Төрөкмән ауылы
18 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, заманында районыбыҙ биләмәһендә 140-тан ашыу ауыл булған (әле 96). Төрлө сәбәптәр арҡаһында улар юҡҡа сыҡҡан. Ҡайһы берҙәренең нигеҙе ҡороуға совет власының эреләтеү сәйәсәте туранан-тура йоғонто яһаған. Бөгөнгө яҙмала иһә шундай бөткән ауылдарҙың береһе – Төрөкмән, яҙма сығанаҡтарҙа Байшөгөр ауылы хаҡында һүҙ бара. Төрөкмән ауылы тарихы һәм уның кешеләре хаҡында ошо ауылда тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, хәҙер инде гүр эйәһе Миңнулла Абдулла улы Ильясов (1924-2013 йй.) яҙып ҡалдырған. Бәләкәй сағында тыуған ауылы нисек булған, шул рәүешле ауылдың һыҙма-картаһын, кемдәр йәшәгәнлеген, уларға ҡыҫҡаса характеристика биргән. Миңнулла Ильясовтың ҡыҙыҡлы яҙмаларын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөлгән ерҙән турайырға Бының өсөн ихтыяр көсөн уятыу кәрәк
18 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

"Ауыр хәлле ғаилә” мөһөрө һуғылғандар, имен булмаған, социаль яҡлауға мохтаждар һәр ауыл биләмәһендә бар. Ундайҙар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булһа ла, аңлатыу-тәрбиәүи эште тағы ла көсәйтеү маҡсатында район хакимиәтендә аҙнаның тәғәйен көнөндә Профилактика көнө уҙғарыу тураһында махсус ҡарар ҡабул ителеүе, комиссияның урындарға сығып күсмә ултырыштар уҙғарыуы, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәү шарттары менән танышыуы хаҡында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде.

Тиң ғүмер итеү сере – татыулыҡта
18 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, лайыҡлы балалар үҫтергән, матур ғүмер кисергән татыу ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Ауыл биҙәге булған ошондай өлгөлө ғаиләләр һәр төбәктә бар. Шундайҙарҙың береһе – Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Фәриҙә Муса ҡыҙы менән Фәрит Хәмит улы Сибәғәтуллиндар.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23