Матур үтте был көн
24 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Матур үтте был көнГәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, 14 февралдә район үҙәгендә совет ғәскәрҙәрен Афғанстан еренән сығарыуҙың 26 йыллығына арналған саралар үтте.

Ул ҡайтты
24 февраля 2015 йыл | Хаттар

Хәтер… Ил хәтере, халыҡ хәтере…
Тарихта ил һәм халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаҫлыҡ ваҡиғалар була. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығы яҡынлашып килһә лә, ул килтергән ҡайғы-хәсрәт, ул һалған яра һәм йәрәхәт күптәрҙең йөрәгендә әле һаман төҙәлмәй, әле лә әрней. Сөнки ул әрнеү быуындан-быуынға күсә килеп, халыҡ хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала.

Шаяндар һәм тапҡырҙар Еңеүҙе ҙурлай
24 февраля 2015 йыл | Хаттар

Красноусол  башҡорт  гимназия-интернатында КВН уйыны ярыштары үтте. ЮХХДИ планында ҡаралған "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” профилактик сара сиктәрендә уҙған был уйындар Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына арналды.

Алты һалдат үҫтергән әсә
24 февраля 2015 йыл | Йәмғиәт

Алты һалдат үҫтергән әсә23  февралдә  ил  һаҡсыларын ғына түгел, ә Ватанға һалдаттар тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәргә фатиха биреп оҙатҡан әсәйҙәрҙе лә байрам менән ҡотлау бик урынлы. Улдарын әрме хеҙмәтенә оҙатып, кире әйләнеп ҡайтҡансы күпме ут йотҡандарын, быға ниндәй рухи көс, ныҡлыҡ талап ителгәнен улар үҙҙәре генә белә.

Йәнле аралашыу булды
24 февраля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Район етәкселегенең урындарға сығып халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Ошондай сара 16 февралдә Табын ауыл биләмәһендә, Табын ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы рәүешендә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм башҡа етәкселәр ҡатнашты.
Билдәләнгән ваҡытҡа Табын ауыл мәҙәниәт йортона халыҡ йыйылды.
Ауыл биләмәһе башлығы Әмир Хисаметдинов көн тәртибе һәм килгән ҡунаҡтар менән таныштырғандан һуң, ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән 47-се ултырышы асыҡ тип иғлан ителде. Төп отчет доклады менән Табын ауыл биләмәһе башлығы Әмир Ғәйнетдин улы Хисаметдинов сығыш яһаны.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 23