“Моң шишмәһе” йәнә әсир итте...
30 марта 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һәр яҙ, бар тәбиғәт йоҡоһонан уянып килгән мәлдә район мәҙәниәт һарайында Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары "Моң шишмәһе” тип аталған концерт программаһы менән тамашасыны ҡыуандыра. Ун бишенсе тапҡыр үткән быйылғыһы ла, һәр саҡтағыса, уңышлы үтте.

Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы
30 марта 2015 йыл | Хоҡуҡ

Район мәҙәниәт һарайында "Шаяндар һәм тапҡырҙар" клубтарының республика ярым финалы булып үтте. ЮХХДИ идаралығы һәм Мәғариф министрлығы башланғысында ойошторолған "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” профилактик сараһы сиктәрендә уҙған был уйындар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды.

Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
30 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Табын башҡорттары үҙ хоҡуҡтарын яҡлап башҡа ихтилалдарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бының сәбәбе бер – башҡорттар үҙ ерҙәрендәге тоҙ ятҡылыҡтарынан файҙалана алмайҙар, уларҙың рөхсәтенән тыш күпләп ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөлә. Ошоларға яуап итеп 1773-1775 йылдарҙағы Емельян Пугачев менән Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилалға ла Табын ырыуы башҡорттары әүҙем ҡушылалар. Башҡа милләт вәкилдәре лә ситтә ҡалмай.

Шифахана йылды барланы
30 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Шифахана йылды барланы
Уҙған йыл йомғаҡтарына арналған дөйөм йыйылыштың рәсми өлөшөндә хеҙмәткәрҙәргә директорҙың "Шифахананың 2014 йылдағы эшмәкәрлегенең һәм дауалау эше йомғаҡтары, 2015 йылға бурыстар" тигән доклады һәм Коллектив килешеү буйынса үҙ-ара йөкләмәләрҙең нисек үтәлеше буйынса Вәкиллекле органдың отчеты тәҡдим ителде.

Иртәгә бөгөнгөнән яҡшыраҡ йәшәргә ынтылырға
30 марта 2015 йыл | ---

Үтәк ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырышында ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, ошо төбәктән район Советы депутаты Рауил Ғафаров, төрлө ойошма, учреждение етәкселәре, белгестәре ҡатнашты. Төп доклад менән Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров сығыш яһаны.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17