Үҙебеҙҙе аяманыҡ бала ғына булһаҡ та
02 марта 2015 йыл | Хаттар

Әсәйем – Нәзирә Ғимай ҡыҙы Ишморатова Яңы Ҡарамыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Һуғыш башланғанда уға 4 кенә йәш була. Атаһы һуғыштың тәүге айҙарында уҡ фронтҡа китә.

Боронғо юл тергеҙелһә…
02 марта 2015 йыл | Хаттар

Иртәнге сәғәттәрҙә Красноусол - Архангел автомобиль юлында Юлыҡ боролошонан Еҙем-Ҡаранға табан таяҡҡа таянған, бер-береһен ҡултыҡлап-етәкләп, яй ғына шыуышҡан кешеләрҙе йыш осратырға тура килә. Улар Ҡауарҙы ауыл советына ҡараған ауыл кешеләре, ҡайһыһы Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына, кемелер дарыуханаға китеп бара. Иртән Ҡауарҙынан Красноусолға йөрөгән маршрут автобусына Еҙем-Ҡаранға барып әйләнергә форсат юҡ, кире ҡайтышлай ғына, билет алыусылар булһа, инеп пассажирҙарҙы ҡалдырып сыға. Йомош менән иртүк Еҙем-Ҡаранға килгән кешеләрҙең был автобусҡа ултырып ҡайтыу мөмкинлеге тыуа.

Ташбүкәндәр ҡор көтә
02 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Үткән йылдың июль баштарында Ишембай районының Ҡолғона ауылында гәрәй-ҡыпсаҡтарҙың 4-се йыйыны булып үтте. Йыйын сираттағы ҡорҙо 2015 йылдың июнь айында Ғафури районындағы берҙән-бер гәрәй-ҡыпсаҡтар йәшәгән төйәктә - Ташбүкән ауылында үткәрергә ҡарар итте. Түбәндәге мәҡәлә гәзит уҡыусыларҙы, ошо буласаҡ ваҡиға алдынан, ҡыпсаҡ ырыуы һәм уларҙың бер ярсығы булған гәрәй-ҡыпсаҡтар менән бер аҙ таныштырып китеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Бындай көн дә бар!
02 марта 2015 йыл | Хаттар

Бындай көн дә бар!
Ниндәй матур, ниндәй гүзәл
был донъя,
Хуш еҫтәрен таратып
гөл-сәскәләр үрелә,
Ҡоштар һайрай сут-сут килеп,
Йәм өҫтәй улар ергә...

Ғафури төбәгенең һоҡланғыс ҡыҙы
02 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Ғафури төбәгенең  һоҡланғыс ҡыҙы Минең оҙайлы хеҙмәт биографиям республиканың мәғариф һәм фән системаһы  менән  бәйле булды.
Оҙаҡ йылдар мәғариф, фән һәм юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ БР Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы өлкә комитетында эшләү дәүерендә Ғафури районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм кешеләре менән тығыҙ аралаша инем. Ғафури ере бик күп арҙаҡлы шәхестәр – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, ғалимдар, етәкселәр, табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәрен һәм башҡаларҙы тәрбиәләп, оло юлға сығарҙы.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4