Әллә нисек…
23 марта 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әллә нисек…
Әллә нисек килде быйылғы яҙ,
Йә тәҙрәгә сиртә тамсылар,
Йәки буран, ҡарт
көтөүсе кеүек,
Тирә-йүнде йөрөй ҡамсылап.
Битләүҙәрҙә үлән морон төрткәс,
Көйҙөрөп тә үтте ҡырауы.
Заманалар, һай, буталып бөттө,
Һис тап килмәй халыҡ юрауы.
Ҡарлуғастар бейек осһалар ҙа
Килеп баҫа ҡойма ямғыры.
Ерҙән кәйелһәләр, йәшеллекте
Эҫе томра өтә яндырып.
Беҙҙең заман икенсерәк ине,
Яғымлыраҡ ине яҙҙары.
Йылғалары тулы һыулы ине,
Бейегерәк ине ярҙары.
Ҡышын тауҙар шыуғағыраҡ ине,
Алтын ине көҙөн урманы.
Бына шундай фәлсәфәгә һалды,
Яҙғы сыйырсыҡтар бураны.
Элек, хәҙер, тиеп илауҙарым
Һуҙылырмы, тимен, оҙаҡҡа.
Заманалар һис үҙгәрмәй, үҙем
Әйләнәмдер мыжығыраҡҡа...
Салауат ЙОСОПОВ.

Байрам кәйефе бүләк иттеләр
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Алтын ваҡыт уҙа,
Ғүмер уҙа,
Ҡайнап тора кеше донъяһы.
Шул донъяла гүзәл
Табышмаҡ һин,
Һиндәйҙәргә һәйкәл ҡуяһы.

Шат шырҡылдыҡтар, зәңгәр тамсылар,
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Шат шырҡылдыҡтар, зәңгәр тамсылар, Яҙҙың  тәүге иң матур байрамын төрлөсә билдәләйҙәр. Берәүҙәр өсөн ул ғаилә байрамы булһа, күптәр бер-береһе менән аралашып, күңел күтәреп ҡайтыр өсөн мәҙәниәт йортона ашҡына.

Кешегә ғүмер бер генә бирелә...
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Кешеләрҙең күпме ҡанлы күҙ йәштәре түгелгәнен, күпме ҡайғы-хәсрәт, әрнеү-һыҡрау кисергәнен кем әйтә алыр ер йөҙөндә. Һис кем әйтә алмай. Ләкин ул ҡанлы йәштәрҙең ни өсөн түгелгәнен, йә әрнеү, һыҡрауҙарҙың ни сәбәптән килгәнен әйтеп була. Сәбәптәр күп улар, һанап бөткөһөҙ. Шуларҙың береһе, зиһен-аҡылды иҫертә торғаны – хәмер. Хәмер кеше аҡылына, тәненә, зиһененә, тормошона бик күп зыян килтерә. Меңдәрсә әҙәм балаларының ғүмерҙәрен ҡыя, кеше яҙмыштарын селпәрәмә итә, йәмғиәткә төҙәлмәҫлек зыян  килтерә. Хәмер кешене юҡ итә торған көслө ағыу. Ул ғаилә өсөн ҡурҡыныс, сөнки ғаиләне тәрбиә ҡылыуҙан һәм ҡайғыртыуҙан айыра, ата-әсәне балаларынан йыраҡлаштыра.

Гүзәллек серҙәрен асыусы уҡытыусы
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Гүзәллек серҙәрен асыусы уҡытыусыУҡытыусы тигән бөйөк исемде һәр бер кеше лә йөрөтә алмай. Минеңсә, уның өсөн тәбиғәт биргән ҙур илаһи көс, сабырлыҡ, зирәклек һәм аҡыл тәрәнлеге, өмөт, ышаныс һәм ныҡлы иман кәрәк. Ул сабый күңелендә игелек-ле, ғәжәйеп кешелекле, яҡты күңелле йән, ғүмере буйына остаз да, үрнәк тә булып ҡала.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4