Малы барҙың - һыйы бар
16 марта 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Сираттағы күсмә Иҡтисад көнө 2 мартта Имәндәш ауыл биләмәһендә үтте. Ауыл биләмәһе депутаттарының асыҡ ултырышы ла, был төбәк халҡының район предприятие-ойошмалары етәкселәре менән осрашыуы ла ошо көнгә билдәләнгәйне.

Тармаҡты яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә
16 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Март айының өсөнсө йәкшәмбеһендә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы "Тепловодоснабжение” МУП-ының баш инженеры, бар ғүмерен коммуналь хужалыҡ тармағына арнаған тәжрибәле етәксе Александр Васильевич БЕЗОВЧУКҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ –уға:

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
16 марта 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 16 марттан 25 мартҡа тиклем районда "Бурыслы” тигән профилактик сара үтә, ул төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн һалынған штрафтарҙы түләтеүгә йүнәлтелә.
* 18 мартта Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ауыл хәбәрсеһе, шағир Вилдан Әйүп улы Шәриповтың ижадына арналған әҙәби кисә уҙғарыла. Кисә15.00 сәғәттә башлана.
* 20 мартта
Район мәҙәниәт һарайында милли театрҙарҙың "Алтын тирмә” төбәк-ара фестиваленең I туры үтә. Унда районыбыҙ халыҡ театрҙары жюри һәм тамашасылар алдында һынау тотасаҡ.

Төҙөкләндереүгә төп иғтибар
16 марта 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ ултырыштары дауам итә. Сираттағы ошондай ултырыш Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә үтте. Ултырыштың эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова һәм башҡа яуаплы етәкселәр ҡатнашты.

Ҡоралланыуға иғтибар йүнәлтелә
16 марта 2015 йыл | Сәйәсәт

 Ҡара диңгеҙҙә НАТО ғәскәрҙәренең хәрби күнекмәләр уҙғара һәм Балтик буйына өҫтәмә ғәскәрҙәр туплай башлауы, Европа Союзының үҙ армияһын булдырырға ынтылышы, Италия премьер-министры Маттео Ренциҙың Мәскәүгә килеүе иғтибар үҙәгендә булды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 17