Кешегә ғүмер бер генә бирелә...
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Кешеләрҙең күпме ҡанлы күҙ йәштәре түгелгәнен, күпме ҡайғы-хәсрәт, әрнеү-һыҡрау кисергәнен кем әйтә алыр ер йөҙөндә. Һис кем әйтә алмай. Ләкин ул ҡанлы йәштәрҙең ни өсөн түгелгәнен, йә әрнеү, һыҡрауҙарҙың ни сәбәптән килгәнен әйтеп була. Сәбәптәр күп улар, һанап бөткөһөҙ. Шуларҙың береһе, зиһен-аҡылды иҫертә торғаны – хәмер. Хәмер кеше аҡылына, тәненә, зиһененә, тормошона бик күп зыян килтерә. Меңдәрсә әҙәм балаларының ғүмерҙәрен ҡыя, кеше яҙмыштарын селпәрәмә итә, йәмғиәткә төҙәлмәҫлек зыян  килтерә. Хәмер кешене юҡ итә торған көслө ағыу. Ул ғаилә өсөн ҡурҡыныс, сөнки ғаиләне тәрбиә ҡылыуҙан һәм ҡайғыртыуҙан айыра, ата-әсәне балаларынан йыраҡлаштыра.

Гүзәллек серҙәрен асыусы уҡытыусы
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Гүзәллек серҙәрен асыусы уҡытыусыУҡытыусы тигән бөйөк исемде һәр бер кеше лә йөрөтә алмай. Минеңсә, уның өсөн тәбиғәт биргән ҙур илаһи көс, сабырлыҡ, зирәклек һәм аҡыл тәрәнлеге, өмөт, ышаныс һәм ныҡлы иман кәрәк. Ул сабый күңелендә игелек-ле, ғәжәйеп кешелекле, яҡты күңелле йән, ғүмере буйына остаз да, үрнәк тә булып ҡала.

Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
23 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Бөгөнгө Ғафури районы биләмәһенең тарихы республикабыҙ һәм илебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйле. Уның боронғо осоро Табын ханлығы дәүеренә барып тоташа. Һуңғараҡ Табын ырыуы бик күп ваҡ ырыуҙарға тармаҡлана һәм был ырыуҙар республика буйынса ғына түгел, илебеҙ буйлап һибелгән. Ҡара Табын, Кәлсер Табын, Йомран Табын, Бишул Табын, Малай Табын, Ибрай Табын, Төрөкмән Табын, Йомран Табын, Күрпәс Табын һ.б. Ошолар араһынан Күрпәс Табын ырыуын нигеҙләгән Күрпәс бей айырым урын алып тора.

Ата-әсәһенә - ғорурлыҡ, ҡустыһына - өлгө
23 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Ата-әсәһенә - ғорурлыҡ, ҡустыһына - өлгөКүптән түгел Родина ауылында йәшәүсе Әсмә менән Рәүеф Шәриповтар улдары Юлай хеҙмәт иткән Киров өлкәһендәге  ғәскәри часть командиры, подполковник А. Ханиндан Рәхмәт хаты алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Тылда ла еңел булманы
23 марта 2015 йыл | Хаттар

Күптән түгел Үтәк ауылы халҡы Миңһылыу әбей Мусина менән хушлашты. Тормоштоң ауырлыҡтарын күп күрһә лә, күңел төшөнкөлөгенә бирелмәй, күршеләре менән уртаҡ тел табып йәшәне ул. 90 йәше тулһа ла, ултырып илар урынға уйын-көлкөгә әйләндереп, төшөп бейеп китергә лә күп һорамай ине ул. Һеҙҙең иғтибарға тыл ҡаһарманының музей фондында һаҡланған    хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17