Бурысыңды ваҡытында түлә!
23 марта 2015 йыл | Хоҡуҡ

16 марттан 25-енә тиклем ра-йон биләмәһендә "Бурыслы” тип исемләнгән профилактик сара үткәрелә.

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе
23 марта 2015 йыл | Йәмғиәт

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе12 мартта район хакимиәтенең ултырыштар залында район ветерандарының отчет-һайлау конференцияһы булып үтте. Унда район ветерандар советы ағзалары, беренсел ветеран ойошмалары рәйестәре, ветеран-активистар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, пенсионерҙар менән эшләүсе район хеҙмәттәре етәкселәре, ауылдарҙан делегаттар ҡатнашты.

Баҫыуҙа ла һынатмаҫтар
23 марта 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Баҫыуҙа ла һынатмаҫтарҠояш нурҙары көндән-көн йылыһын мулыраҡ һибә һәм былай ҙа йоҡа  ҡар ҡатламы ла күҙгә күренеп кәмей. Көндәр артабан да ошолай торһа, баҫыуға сығырға ла күп ҡалмай.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
23 марта 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн Өфө ҡалаһының Аксаков паркында төрки телле халыҡтарҙың Нау-рыз байрамы үтә. Унда "Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡатнашып, башҡорт аш-һыуы, ҡул эштәре күргәҙмәһе, концерт менән сығыш яһай.
* 27 мартта 15.00 сәғәттә БР мәғариф министры Ә.С.Ғаязов
район хакимиәте бинаһында (306-сы бүлмә) күсмә ҡабул итеү уҙғара.

Бабайым
16 марта 2015 йыл | Хаттар

Минең бабайым – Вилдан Шәрипов. Ул һуғышта ҡатнашҡан. Уҡсылар дивизияһының разведчигы булған. Ҡаты яраланып тыуған ауылы Сәйетбабаға ҡайтҡан. 23 йыл мәктәптә уҡытҡан. Ул изгелекле, ярҙамсыл кеше. Шуға уны беҙ бик яратабыҙ.
Бабайым әле Усолкала йәшәй. Ул бер ҙә тик тормай, шиғырҙар яҙа. Уның бик күп китаптары сыҡҡан.
Мин беренсе класта уҡыйым. Хәҙер уның шиғырҙарын да уҡый алам. Улар аҡыллы, тәрбиәле булырға өйрәтә.
Динислам ҒӨБӘЙҘУЛЛИН,
Красноусол башҡорт
гимназия-интернатының
1-се класс уҡыусыһы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17