Осрашыу
16 марта 2015 йыл | Хаттар

Беҙ, малайҙар, һуғыш тураһында китаптар уҡырға, кинофильм-дар ҡарарға яратабыҙ. Класс етәксебеҙ Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева, тәрбиәсебеҙ Айгөл Фәрит ҡыҙы Ғәлләмова йыш ҡына афған, чечен хәрәкәте яугирҙары тураһында уҡый, һөйләй, осрашыуҙар ойоштора.

Яугир шағир
16 марта 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Еңеү яулау булды уртаҡ бурыс,
Өлөшө бар унда һәр кемдең.
Ғүмерҙе беҙ яуҙа яулап алдыҡ,
Ҡәҙере ҙур беҙгә Еңеүҙең, -
тигән шиғыр юлдарында яугир шағир Вилдан Шәриповтың бөтә тормош биографияһы күҙ алдына баҫа.

Ауылыбыҙ ағинәйе
16 марта 2015 йыл | Хаттар

Уңған ҡатын, хәстәрлекле хужабикә, оло йөрәкле әсә. Ауылыбыҙ ағинәйҙәренең береһе, Мәрзиә апай Шафиҡоваға төбәп кенә әйтелгән кеүек был  һүҙҙәр.

Хәлиҙә хәбәрҙәре
16 марта 2015 йыл | Хаттар

* Ауылыбыҙҙа төндә төлкөләрҙең тауыҡтарҙы ҡыйратып сыҡҡаны билдәле булды.
* 4 мартта механизаторҙарҙың йыйылышы булып уҙҙы. Яҙғы сәсеүҙе иртәрәк башлау һәйбәтерәк булыр, тинеләр.
* Сөгөлдөр эшләүселәргә 2014 йыл өсөн шәкәр ҡомо тараттылар. Ишемтәгә-ҡушымта: тағы ла эшселәргә онон да бирҙеләр.
* Ҡайһы бер балалар, йәсләлә оҙаҡ йоҡлаталар,тип зарланалар.
* Үзбәккә табиптар килеп китеүе һәйбәт булды. Дарыуҙар ҙа килтергәндәр, 5 мең һумлыҡ дарыу алыусылар ҙа булған икән.
* Водителдәр, "юлға сыҡһам эсмәйем” генә тип торалар. Берәүҙең дә 30 мең һум аҡсаһын сығарып һалғыһы килмәҫ шул.
* Ҡайһы бер урамдарға "Ильич лампочкалары” ҡуйып сығып, халыҡты шатландырҙылар.
* Ферма малдарына аҙыҡ етерлек, барда ла ташыйҙар, патока ла бирәләр.
Хәлиҙә ШӘРИПОВА,
ауыл хәбәрсеһе.
Үзбәк ауылы.

“Патриот булып тыумайҙар, патриот булып үҫәләр...”
16 марта 2015 йыл | Спорт

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылау сиктәрендә, Бурлы урта мәктәбенең хәрби-патриотик тәрбиә биреү айлығының планына ярашлы, хөрмәтле ауылдашыбыҙ, Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәрелде. Был ярышта  Бурлы, Ҡормантау ауылдары, Бурлы мәктәбе уҡыусылары һәм Зәйнуллиндар менән Сәлимйәновтарҙың берләштерелгән ғаилә командалары ҡатнашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 17