Асыҡ тыңлау була
16 марта 2015 йыл | Урындағы үҙидара

23 мартта 10 сәғәттә Ғафури район Муниципаль район хакимиәте бинаһында БР Ғафури районы Аҡкүл, Сәйетбаба, Толпар, Үтәк ауыл биләмәләренең ер менән файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләрен һәм Красноусол ауыл биләмәһенә ҡараған Аҡташ ауылының Генераль планын раҫлау тураһында Ғафури районы муниципаль ра-йон Советының ҡарар проекттары буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлау буйынса тәҡдим һәм иҫкәрмәләрҙе (яҙма рәүештә) ҡарар проекттары әҙерләү буйынса комиссияға түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 (204-се бүлмә). Советтың ҡарар проекты райондың рәсми сайтында урынлаштырылған (http//www.gafury.ru).
Асыҡ тыңлауҙы әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса комиссия.

Һалым буйынса семинар
16 марта 2015 йыл | Яңылыҡтар

Һалым инспекцияһы "Декларация кампанияһы. Һалым органдары менән үҙ-ара электрон юл менән эш итеүҙе тәьмин итеү буйынса йөкләмәләр индерелеүе тураһында (РФ Һалым кодексының 23, 76-сы статьялары). Өҫтәлгән хаҡҡа һалым буйынса һалым декларацияһы тултырғандағы төп үҙгәрештәр тураһында” темаһына семинар үткәрә.
Һеҙҙе 18 мартта 10.00 сәғәттә Красноусол ауылында район хакимиәтенең ултырыштар залында көтөп ҡалабыҙ!
3-сө район-ара һалым инспекцияһы.

Ауыл – ҡалаға
16 марта 2015 йыл | Яңылыҡтар

Муниципаль район хакимиәте ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләренең мартта ла дауам итәсәге хаҡында белдерә.

Ҡотлайбыҙ!
16 марта 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Миниәхмәт Әхтәри улы БАЙБУЛДИНды 89 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға йәшәүҙән йәм-ғәм табып, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.
*  *  *
Хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм етештереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн районыбыҙҙың "Энергомонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Хәлимулла Шәрифулла улы КАМАЛОВ Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
16 марта 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында уңышҡа өлгәшкәне өсөн Ғафури район Муниципаль район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде:

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 17