Иҫтәлекле турнир
06 апреля 2015 йыл | Спорт

Күптән түгел районда РФ Мәғариф отличнигы Анатолий Семенович Чушкин иҫтәлегенә баскетбол бу-йынса район-ара турнир үтте. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов сығыш яһап, ветерандар иҫтәлегенә арналған бындай турнирҙарҙың республика күләмендә лә үтә һирәк күренеш булыуын, ә беҙҙә уның яҡшы традицияға әйләнеүен билдәләп үтте. Спортты үҫтереү һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. Артабан ҡатнашыусыларҙы турнирҙың төп ойоштороусыһы Роза Вәли ҡыҙы Чушкина сәләмләп, уңышлы уйын, еңеүҙәр теләне, һәр командаға бас-кетбол тубы бүләк итте.

Бүләккә - шат кәйеф
06 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Бүләккә - шат кәйеф
Бүләккә - шат кәйеф"Мәрхәмәтлелек – изгелек күрһәтеү генә түгел, ә һәр кемдең уңышҡа ирешеүендә мөһим элемент булып тора. Күберәк бирһәң, кү-берәк алырһың!” – тип иҫәпләй күптән түгел, яҙғы каникулдар алдынан "Бәхетле көн” ("Байғусҡарова Г.М.” ШП-һы) байрамдар ойоштороу агентлығының Табын коррекцион интернат-мәктәптә "Изгелек бүләк ит!” Хәйриә акцияһын үткәреүселәре.

Һаҡы
06 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күк йөҙө аяҙ, болоттоң әҫәре лә күренмәй, ә ергә ҡар яуа. Әллә шулай тойола ғынамы? Башҡа урында түгел, ниңәлер тик беҙ барған юлда ғына яуа кеүек ҡар. Ҡар бөртөктәре ергә төшөргә теләмәгәндәй, ҡышҡы ҡояштың нурҙарында иркәләнеп, һауала бәүелә. Күҙҙе сағылдырып емелдәшә. Ерҙәге ҡар ниңәлер беҙгә тотҡарлыҡ яһарға тырыша кеүек. Сана табанына йәбешеп, уны артҡа тарта. Сана ыңғыраша, ҡар шығырҙай. Күңелгә шом һалып һыҙғыра: "шығыр-шығыр”.

"Илһам"дан илһам алып
06 апреля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Илһам"дан илһам алыпМ.Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университеты 10 марттан 14 мартҡа тиклем "Илһам" ижади семинары ойошторҙо. Был сара Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән һәләтле, башҡорт әҙәбиәтенә, шиғриәткә ғашиҡ, телен, илен һөйгән 45 ҡыҙ-егетте йыйып алды.

М. Ғафуриҙың тыуған йортонда
06 апреля 2015 йыл | Хаттар

Яңыраҡ класс етәксебеҙ Эльвира Миниәмир ҡыҙы Абдрахманова менән берлектә беҙ, Юлыҡ урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары,  Еҙем-Ҡаран   ауылына Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына  юлландыҡ. Башҡортостандың беренсе халыҡ  шағиры М.Ғафуриҙың тормошо  һәм ижадын  өйрәнеү, шағир тураһында  мәғлүмәттәр туплау теләге менән барҙыҡ беҙ унда.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7