Алдынғы тәжрибәне башҡаларға таратып...
22 апреля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Алдынғы тәжрибәне башҡаларға таратып...Яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан йыл һайын кәңәшләшеп, фекер туплап алыу йолаһы бар. Үткән аҙнала "Сатурн” крәҫтиән хужалығы базаһында яҙғы баҫыу эштәренә арналған район семинар-кәңәшмәһе булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, урта звено белгестәре, фермерҙар ҡатнашты.

Балалар, матбуғатҡа яҙылыу һәм төҙөкләндереү иғтибар үҙәгендә
22 апреля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Етәкселәрҙең сираттағы кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов ауыл биләмәләре буйынса уҙғарылған Профилактика көнөнә йомғаҡ яһаны. Махсус комиссия һәр ауыл биләмәһендәге имен булмаған ғаиләләрҙә булып, уларҙың көнитмеше менән яҡындан танышып сыҡҡайны (гәзитебеҙҙә "Шырлыҡтағы тормош” рубрикаһы аҫтында был рейдтар хаҡында мәҡәләләр бирә барҙыҡ).

Депутат ветерандарҙы тәбрикләне
22 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Депутат ветерандарҙы тәбрикләнеҮткән аҙнала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы Әмир Ишемғолов районыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты.

Ҡотлайбыҙ!
22 апреля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ҡотлайбыҙ!
9-10 апрелдә Мәсетле районында үткән Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәрҙең V төбәк-ара конкурсында Сәйетбабанан "Асанай” халыҡ фольклор ансамбле I урын яуланы. Ансамбль ағзаһы, скрипкасы Рәсүл Вахитов "Иң оло йәштәге ҡатнашыусы” тип билдәләнде.

Граждандарҙы ҡабул итеү
22 апреля 2015 йыл | Яңылыҡтар

27 апрелдә 10:00 сәғәттә район хакимиәтенең 306-сы бүлмәһендә граждандарҙы: һуғышта ҡатнашыусыларҙы һәм һуғыш ветерандарын, һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын, тыл эшсәндәрен ҡабул итеү була.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17