Һәйкәлдәр – тереләр өсөн
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Һәйкәлдәр – тереләр өсөнРайоныбыҙҙа тарихтың "тере” шаһиттары булырҙай иҫтәлекле, тарихи урындар, һәйкәлдәр байтаҡ ҡына. Уларҙың  күпселеге нигеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискылар, Бөйөк Еңеүҙе данлап торалар.

Ҡауарҙыны яратайыҡ, һаҡлайыҡ
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Быйыл Ҡауарҙы ауылында тәү башлап "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарырға йыйынабыҙ. Ауылыбыҙ ХVII-ХVIII быуаттарҙа төбәктә иң ҙур башҡорт ауылы булған. 27 июндә үтәсәк байрамыбыҙ алдынан ауылыбыҙҙың бөгөнгөһөнә байҡау яһап алыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине.

Аҡсаһыҙ ҙа ҡаҙ алып аҫрап, аҡса эшләп була
20 апреля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

 "2010-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында ит малсылығын үҫтереү" маҡсатлы программаһы бу-йынса район халҡы һәйбәт килем алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо программаға ярашлы бигерәк тә ҡаҙ аҫрау менән шөғөлләнеү отошло. Ҡаҙ аҫрап ҡына бер миҙгелдә тиҫтәләрсә мең һум аҡса эшләргә мөмкин. Был акцияның мөмкинлектәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Ғөбәйҙулла ЗӘЙНЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт итек.

Кем һин, Яңғыҙҡайын бөркөтө?
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Кем һин, Яңғыҙҡайын бөркөтө?"Хөрмәтле председатель! Мин, Бурса Стано, 1944-1945 йылдарҙа Словакияны азат итеү өсөн һуғышҡан совет летчиктарын эҙләү менән шөғөлләнәм. Ана шундай летчиктарҙың береһе яҡташығыҙ А.Ф.Сәлимов булған.
1945 йылдың 1 апрелендә уларҙың "ИЛ-2” самолетына Словакияның Вельке Залужие тирәһендә дошман артиллерияһы снаряды тейә һәм улар сит биләмәгә төшөп ултырырға мәжбүр була. Уға ла, уның менән бергә булған атыусы, ефрейтор Н.А.Барковҡа ла бер ни ҙә булмай.
Зинһар өсөн, һеҙҙең ярҙам менән, А.Ф.Сәлимовтың артабанғы тормошо, эштәре хаҡында берәй нәмә белергә теләр инек. Уның ғаиләһе, дуҫтары менән төшкән фотолары һаҡланмағанмы, уларҙы Словакияға ебәреп булмаҫмы? Хөрмәтле председатель, яҡташығыҙ, беҙҙең азатлығыбыҙҙы ла яҡлап көрәшкән һуғыш ҡаһарманы иҫтәлеген һаҡлау буйынса башҡарған эштәрегеҙ өсөн һеҙгә алдан уҡ рәхмәт әйтәм. Тап уларҙың батырлығы арҡаһында беҙ бөгөн тыныс тормошта йәшәй алабыҙ бит.
Сәләм менән, Бурса Стано.
Братислава, Словакия."

Уңыш тырыштарға юлдаш
20 апреля 2015 йыл | Мәғариф

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында туғыҙынсы тапҡыр «Башҡортостан ынйылары» республика театраль-фольклор бәйге-фестивале үтте.    Быйылғы фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм тыуған яҡтың һыу ресурстарына һаҡсыл ҡараш, уларҙы һаҡлау һәм улар менән бәйле халыҡ йолаларын һәм традицияларын тергеҙеүгә арналып, "Шишмә – йәшәү сығанағы” тигән девиз аҫтында үтте. Унда Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Рух” коллективы беренсе дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17