Хәтер мәңгелек
20 апреля 2015 йыл | Хаттар

Күптән түгел Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Хәтер мәңгелек” тип аталған бик күркәм сара үтте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған был кисәгә һуғыш йылдарында тылда эшләгән хеҙмәт ветерандары ла саҡырылды. Яугирҙарға һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы” юбилей миҙалдары тапшырылды.

Уҡыусылар шиғыр һөйләне
20 апреля 2015 йыл | Мәғариф

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусыларҙың һәләтен төрлө яҡтан асҡан, тәрбиәүи әһәмиәтле булған ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғас саралар үткәрелеп тора. Яңыраҡ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына, М.Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы булып үтте. Ә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан килгән уҡытыусы-филологтар был сараның биҙәге булды.

Упҡынға бер аҙым
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Упҡынға бер аҙым
Упҡынға бер аҙымРайон хакимиәте эргәһендә төҙөлгән махсус комиссия тарафынан Профилактика көнө барлыҡ ауыл биләмәләрен урап сыҡҡандан һуң Бельский ауыл советында тамамланды. Унда күсмә ултырыш уҙғарылманы, сөнки бәхеткә күрә, ауыр ғаиләләр күп түгел. Комиссия составы – ра-йон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, Опека һәм попечителлек секторының әйҙәүсе белгесе Рима Шәрипова, бәлиғ булмағандар эше буйынса комитетының секретары Альмира Уренева, Үҙәк район поликлиникаһының наркология кабинеты медсестраһы Асия Рафиҡова, Халыҡты социаль яҡлау Комплекслы үҙәге белгесе Рәзилә Хоҙайбирҙина, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров, эштәргә идара итеүсе Гөлнара Абсаттарова ауыр хәлле булараҡ иҫәптә торған ғаиләләрҙең хәл-торошо менән танышты.

Балалар бында ашҡынып килә
20 апреля 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Балалар бында ашҡынып килә
Балалар бында ашҡынып киләКрасноусол балалар санаторийы шифалы ләм һәм һыу менән дауалау, күп сирҙәрҙе профилактикалау йәһәтенән республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле учреждениеларҙың береһе. Республикабыҙ райондарынан тыш, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Алыҫ Себерҙән һәм Санкт-Петербургтан дауаланырға килеүселәр бик күп. Иң мөһиме, ата-әсәләр балаларын бер тапҡыр килтереү менән сикләнмәй. Киләһе йылға алдан уҡ путевка хәстәрләп ҡуялар.

Дәүләт Йыйылышы эшҡыуарҙарҙан тәҡдим көтә
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

"Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге закондарҙы бойомға ашырыу барышы тураһында” мәсьәлә бу-йынса парламент тыңлауына әҙерлек сиктәрендә Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты бизнес йәмәғәтселегенә федераль һәм төбәк закондарын камиллаштырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерергә тәҡдим итә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 17