Юлдарға – иғтибар
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 3 апрелендәге 333-р һанлы Бойороғона ярашлы,
27 апрелдән 27 майға тиклем рес-публика автомобиль юлдарының санитар-техник торошон яҡшыртыу, төҙөкләндереү айлығы иғлан ителә.

“Табын” урынына “Звезда”
20 апреля 2015 йыл | Шылтырат!

"Табын” урынына "Звезда”
"Табын” гәзитенә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Тик бына уның һәр һанын алып уҡый алмайым. Йә гәзитте бөтөнләй килтермәй ҡуялар, йә "Табын” урынына "Звезда” ҡалдырып китәләр. Мин аҡсамды түләп "Табын”ға яҙылғанмын икән, ни өсөн миңә урыҫ телендәге гәзитте бирәләр? Бына әле үткән шәмбе йәнә "Звезда” ҡалдырып киткәндәр. Был хәл күпме дауам итер икән?
Рәмилә ШАФИҠОВА.
Красноусол ауылы.

Баҙарҙағынан осһоҙораҡ
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Баҙарҙағынан осһоҙораҡ
Баҙарҙағынан осһоҙораҡРайон үҙәгендә йәрминкә уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. 11 мартта ла Красноусол ауылында мәғариф бүлеге ҡаршыһындағы майҙанда йәрминкә үтте.

Иҡтисад һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү
20 апреля 2015 йыл | Йәмғиәт

Иҡтисад һәм социаль өлкәнең  тотороҡло үҫешен тәьмин итеү10 апрелдә БР  Премьер-министры урынбаҫары С.Т.Сәғитовтың эш сәфәре менән беҙҙең районға килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Һүрәттә: БР Премьер - министры Салауат Сәғитов етәкселәр менән кәңәшмә уҙғара.
 Ошо уҡ көндә "Красноусол” шифаханаһының Ял үҙәгендә Ғафури, Ишембай, Ауырғазы райондарының иҡтисады һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Уның эшендә республика Хөкүмәтенән мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Премьер-министр урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитов, бер нисә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, урынбаҫарҙары, шулай уҡ өс райондың хакимиәт башлыҡтары, урынбаҫарҙары, предприятие-ойошмаларҙан, социаль хеҙмәттәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.


төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
20 апреля 2015 йыл | Яңылыҡтар

"Бөйөк Еңеү ҡаһармандары”
   Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Мәҙәниәт идаралығы һәм "Не секретно” Нәшриәт йорто эпик, тарихи һәм хәрби-патриотик йөкмәткеле иң яҡшы хикәйә, шиғырға "Бөйөк Еңеү  ҡаһармандары” тип аталған Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсы уҙғара.
  Конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала һәм элекке СССР, башҡа дәүләттәр халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау һәм  мәңгеләштереүҙе, үҫеп килеүсе быуында гражданлыҡ патриотизмы, фашизм менән көрәштә ветерандарҙың ҡаһарманлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт героивеликойпобеды.рф сайтында.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17