“Еңеү” республика марафоны үтте
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

2015 йылдың 2 февралендә Сталинград һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығы көнөндә 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап "Еңеү” республика марафоны старт алғайны.

Хәтерҙе тереләр һаҡлай
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

14 ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан байрам сараһы тантаналы митингтан башланды. Райондағы иң ҙур биләмә Красноусол ауыл советына "Еңеү салюты” халыҡ ижады республика конкурсының эстафетаһы – Мәңгелек ут символы булған капсула тапшырылды. Уны "Батыр” патриотик клубының почетлы ҡарауылы тантаналы шарттарҙа биләмә башлығы Рөстәм Рахманғоловҡа тапшырғас, иҫкә алыу шәмдәре тоҡандырылды. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, ут эсенән иҫән ҡайтып, әлеге көндә яҡты донъянан киткән яугирҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Митингта район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова сығыш яһаны.

Мал-тыуар көтөүҙә йөрөргә тейеш
08 мая 2015 йыл | Урындағы үҙидара

"Республикабыҙ Президенты Р.З.Хәмитов, район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров та халыҡҡа күпләп мал-тыуар аҫрарға, шәхси хужалыҡты үҫтерергә кәңәш итә. Ысынында ла ауылдарҙа күптәр мал-тыуар иҫәбенә донъя көтә, шәхси хужалығынан алған килем менән балалар үҫтерә - уҡыта. Ә бына Красноусол ауылында һуңғы 1-2 йылда, киреһенсә, мал тотоусылар бермә-бер кәмене. Уның сәбәптәре күп, әлбиттә. Шулай ҙа мал көтөүҙең тейешенсә ойошторолмауы, урамда йөрөгән малдарҙы тотоп-бикләп, штраф һалыуҙары төп этәргестер. Бынан бер нисә йыл элек Красноусол ауыл советы мал көтөүҙе ойоштороуҙы, көтөүселәр яллауҙы үҙ өҫтөнә алғайны. Көтөүселәргә ай һайын 15-әр мең һум аҡса түләнде. Уларҙың ярҙамсылары, йәғни урамда ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙы тотоп махсус эшләнгән кәртәләргә килтереп ябыусылар рәсми эш хаҡы ала ине. Бөгөнгө ауыл биләмәһе башлығы Р.К.Рахманғолов та мал көтөүҙө ойоштороуҙы, көтөүселәр тәғәйенләүҙе үҙ өҫтөнә алһын ине. Эшһеҙ йөрөүселәр күп бит, тәғәйен эш хаҡы билдәләнһә көтөүсе булып эшләргә теләүселәр мотлаҡ табыласаҡ. Ә көтөү ойоштороу, халыҡҡа аңлатыу эшендә ауыл Советы депутаттары, квартальныйҙарға таянырға була.
М.МӘҮЛЕТОВ, Ф.РӘХИМОВ, Ш.ХӘКИМОВ.
Красноусол ауылы.”

егеттәр китә ил һаҡларға
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Һуңғы бер нисә йыл һуҙымында районда Призывниктар көнө үткәреү матур традицияға әйләнде. Үткән йома көндө лә буласаҡ һалдаттар һәм уларҙың ата-әсәләре ошондай сараға йыйылды.

Урман шаулап үҫер…
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Ерҙең йәшел ҡалҡаны булған урманды тәрбиәләү, йәш ағастар ултыртыу лесничество хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы. Яҙ етеү менән улар башкөллө эшкә сума.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12