Тере хәтер
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Хәтеремдә: күҙемде асҡанда донъя ап-аҡ ине. Баш ауырта, ҡапыл ғына ниндәйҙер ҡыҙыл төйөрсөктәр өҫкә яуған һымаҡ. Өнөм менән төшөм буталды. Аҡ халатлы ҡыҙ ниҙер һөйләй, бер ни ишетмәйем. Күҙ алдымда тик дуҫтарымдың берәм-берәм йығылғанын күрәм.    Пулялар    һыҙғыра,    бер-бер артлы    атака, шартлауҙар... Володька Ефремов менән йәш кенә егет Шевчуктың кәүҙәләрен аҫҡа, соҡорға һөйрәп төшөрәм. Тәүге атакала уҡ үлгәндәр, ахыры, тәндәре ҡатҡайны - әҙерәк ҡар менән күмеп ҡуям.

Кәрәкмәй беҙгә һуғыш!
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Һарғайып бөткән фотоһүрәттә кирза итек, галифе салбар кейгән, гимнастеркаһын йондоҙло ҡайыш менән быуған йәш кенә егеттәрҙе күрәм. Улар – минең олатайҙарым. Мин бер ҡасан да күрмәгән, мин тыуырҙан күпкә алда донъя ҡуйған олатайҙарым.

Еңеү килде. Беҙ ҡайттыҡ
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Яңғыҙҡайын ауыл советына ҡараған 3 ауылдан һуғышҡа 800-ҙән артыҡ ир-ат китеп, шуның 466-һы һәләк булған. Тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан 342 яугирҙың бөгөн ни бары береһе генә иҫән. Һеҙҙең иғтибарға бөгөн сафта булған һуғыш ветераны Тимерхан Хажи улы Рәхимов менән булған әңгәмәне  тәҡдим итәбеҙ.

Донъялар тыныс булһын!
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Беҙҙең Абдулла ауылы ҙур түгел. Ауыл уртаһында һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған. Исемлектә иң беренсе минең ҡарт ҡартатайым Рәхмәтулла Хәбибрахман улы Әбделмәнов тора. Уның улы Йәүҙәт ҡартатайым миңә бына нимәләр һөйләй:

Ул әле лә сафта
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Зәки Зөлфәр улы Урманшин 1925 йылдың 1 ғинуарында донъяға килгән. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда ул 7 класс белем алып өлгөргән була. 1943 йылда уға ла фронтҡа китергә сират етә. Ул  2-се Украина фронтында һуғыша. Фашист илбаҫарҙарын Польшаға тиклем ҡыуып баралар. Ләкин Казакин ҡалаһын азат иткәндә ул ҡаты яралана һәм 1945 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12